Все новости
Новости
19 Октября 2021, 14:59

Башҡортостанда "Ата-бабаларым - төньяҡ амурҙары" исемле конкурс иғлан ителде

Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы V шәжәрә конкурсы иғлан итте. Фәнни-эҙләнеү эштәре 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 210 йыллығына арнала һәм «Ата-бабаларым — төньяҡ амурҙары» тип исемләнә.

Башҡортостанда "Ата-бабаларым - төньяҡ амурҙары" исемле конкурс иғлан ителде
Башҡортостанда "Ата-бабаларым - төньяҡ амурҙары" исемле конкурс иғлан ителде

  Конкурстың маҡсаты — йәштәрҙе тарихты өйрәнеүгә йәлеп итеү, башҡорт яугирҙарының данлыҡлы үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү. Бәйге 2021 йылдың 1 октябренән 2022 йылдың 27 мартына хәтлем барасаҡ. Унда 8 – 11-се класс уҡыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала.

   Конкурсҡа заявкалар һәм эштәр 2021 йылдың 1 октябренән 2022 йылдың 1 февраленә тиклем ошо электрон адрес буйынса ҡабул ителә:  [email protected].

    Бәйгенең тулыраҡ шарттары менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була:  https://archive.bashkortostan.ru/documents/active/373197

 

    Мәғлүмәт kurultai.ru  сайтынан алынды. 

Автор:
Читайте нас: