Все новости
Новости
17 Октября 2021, 12:12

ИСЕМДӘРЕ ГЕЛ ЙӘНӘШӘ – АЙ МЕНӘН ҠОЯШ КЕҮЕК... 

Дуҫтар! "Бәйләнештә" селтәрендә барған "Минең ҡәҙерле атайым" конкурсына килгән ошо яҙманы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Бөгөн, Атайҙар көнөндә, донъялағы барлыҡ атайҙарға рәхмәт һүҙе, ихтирам билдәһе булып яңғыраhын был хәтирә. 

ИСЕМДӘРЕ ГЕЛ ЙӘНӘШӘ – АЙ МЕНӘН ҠОЯШ КЕҮЕК...
ИСЕМДӘРЕ ГЕЛ ЙӘНӘШӘ – АЙ МЕНӘН ҠОЯШ КЕҮЕК... 

 

Конкурс шарты буйынса хикәйәтем АТАЙ, һинең турала ғына булырға тейеш. Ә мин Һеҙҙе, әсәйем менән икегеҙҙе, бер-берегеҙһеҙ күҙ алдыма ла килтерә алмайым... 

Нимә тип башлайым икән һүҙемде? Әйтеүе ҡыйын. Сөнки мин бер ваҡытта ла Атайым менән Әсәйем тураһында айырып һөйләгәнем, яҙғаным, иҫкә алғаным, хатта уйлағаным да юҡ. Әйтерһең дә улар бер бөтөн – бер кеше!.. Эйе, түңәрәк алма! Сөнки уларҙың тормоштары, бергә иңгә-иң терәшеп үткән 50 йыл ғүмер юлдары, шатлыҡ-борсолоуҙары бөтәһе лә уртаҡ. Улар - ике йәнде бер иткән, бер-береһенә үрелеп үҫкән матур сәскәле, хуш еҫле үрмә гөл кеүектәр. Бал ҡорттарылай уңған, пар аҡҡоштар кеүек бер-береһенә тоғро, саф мөхәббәтле изге йәндәр. 

 

Сабый тыуыу менән күктә йондоҙ ҡабына, тигән әйтеү бар. Миңә ҡалһа, ысынлап та, шулайҙыр. 

Атайым менән әсәйем бер йылда, бер нисә ай айырмаһында ғына донъяға килгәндәр. Бер класта уҡығандар. Үҫә төшкәс, бер-береһенә ғашиҡ булғандар. 

 Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, йәше етмәүлеге арҡаһында атайымды һуғышҡа алмайҙар. Уның йәшендәге үҫмерҙәр иртә таңдан, ҡара төнгө тиклем колхозда эшләйҙәр. Фронтты аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ менән тьәмин итәләр. Бөтә ауыр эш ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоролар, үҫмерҙәр елкәһенә төшә. Йәше еткәс, атайым һуғышҡа китә. Япон милитаристарына ҡаршы тороп, еңеп ҡайта... 

II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғыша ордены, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары менән наградлана. Бөйөк Ватан һуғышы Ветераны. Һуғыштан һуң, ете йылға флотта хеҙмәт итергә ҡалдыралар. Атайымдың мөхәббәт тулы яҙылған хат-поэмаларын әсәйем ғүмере буйы ҡәҙерләп һаҡланы. 

Атайым хеҙмәтен тултырып ҡайтҡанда, әсәйем Стәрлетамаҡ педагогия институтында ситтән тороп уҡып йөрөгән була. Атайым шоферҙар курсын тамамлай. Биш ҡыҙ бер малай үҫтерәләр. Алты баланы аяҡҡа баҫтырып, юғары белем биреп, оло тормош юлына оҙаталар. 

Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, күк йөҙөндә күп булмаһа ла парлы йондоҙҙар ҙа бар. Улар иң бәхетле ғаилә парҙары өсөн тәғәйенләнгән, тиҙәр. Шуларҙың бер пары, һис шикһеҙ, минең ҡәҙерлә атайым менән әсәйемдеке, сөнки улар Хоҙай тарафынан бер-береһе өсөн яралған иң изге, иң матур, ғәзиз йәндәр. 

Атайым - Муса менән әсәйем - Рәшиҙә Ғәйфуллиндар ғүмерҙәре буйы Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында йәшәнеләр. Атайым Куйбышев исемендәге колхозда 42 йыл шофер булып эшләне. Әсәйем 40 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышланы. 

Минең бала сағым бик матур хәтирәләргә бай осор. Байрамдар ғына түгел, ҡәҙимге көндәр ҙә йылы нурға төрөлдө кеүек. Ауылда иң беренсе беҙҙең өйгә электр уты үткәрелде, беренсе телевизор, магнитафон, кер йыуыу машинаһын да Өфөнән алып ҡайттылар. Универмаг Өфө сауҙа үҙәге асылып ҡына тора ине, мине лә алып барғандар ине. 

Почтальон булып эшләгән, һәр саҡ көтөп алған Заман бабайыбыҙ беҙҙең өйгә иң күп гәзит-журнал, хаттар, открыткалар алып килә торғайны. 

Атайым менән әсәйебеҙ әҙәбиәткә, сәнғәткә ғашиҡ йәндәр. Үҙҙәре лә бик матур йырлай. Атайымдың “Азамат”ты һуҙыуы ғына ни тора! Сәхнәлә сығыш яһап йөрөмәһәләр ҙә (ваҡыттары ла булмағандыр), кистәрен, киске аштан һуң беҙҙе йырлатып, бейетеп, шиғыр һөйләтеп, ярыштырып уйнатҡандары үҙе ҙур концертҡа торорлоҡ тамаша ине. Китаптар ҙа күп ине. Хәтеремә айырыуса Ғ.Сәләм, Р.Ниғмәти, Т.Арыҫлан, Б.Вәлид тигән исемдәр уйылып ҡалған. Ятлаған шиғырҙарҙы, өйрәнгән яңы йырҙарҙы атайым магнитофон таҫмаһына яҙҙырып тыңлата ине. Шул магнитофонға яҙылыр өсөн иҫәпһеҙ күп шиғырҙар ятланды, йырҙар өйрәнелде. Атайымдың беҙ бәләкәй саҡта өйрәткән “Ҡатыҡ һатып ҡыҙҙар килә” тигән йырҙы бер ҡасанда ишеткәнем булманы. Бик матур йыр ине. Әллә үҙе уйлап сығарған йыр булдымы икән, тигән уй ҙа килә башҡа, сөнки уға шиғыр сығарыу бер ни тормай ине. Хатта беҙгә исемдәр ҡушҡан саҡта ла шиғырға маһирлығы йоғонто яһамай ҡалмаған. Әсәйем Рәшиҙә. Беренсе ҡыҙ бала тыуғас – Рәфилә, икенсеһе – Рәмилә, өсөнсөһө – Рәлиҙә, дүртенсегә йәнә ҡыҙ тыуғас: “Туҡта, етер, һандуғас (ул әсәйемде яратып шулай ти ине), был ҡыҙым Миләүшә буласаҡ” – тигән. Бишенсегә лә ҡыҙ тыуғас, яратҡан шағиры Рәшит Ниғмәти ҡыҙының исеме Флориданы ҡушайыҡ, тигән. Ә алтынсыға, оҙаҡ көттөргән улдары тыуғас, исеменә есеме тап килһен тип, Азамат тигән затлы исем биргәндәр. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел! 

Беҙ бәләкәй саҡта шоферҙар ҡыш эшләмәй торғайны. Әсәйем уҡытыусы һәм мәктәп мөдире лә булғас, бик йыш эше буйынса районға, кәңәшмәләргә, конференцияларға, йыйылыш, курстарға китә ине. Шундай саҡтарҙа донъя мәшәҡәттәре атай менән беҙҙең ҡулда ҡала. Һәр ваҡыт әсәйемдең ҡайтыуын һағынып, тәмле аштар бешереп, икмәк һалып, өй йыйыштырып, концерт номерҙары әҙерләп, теҙелешеп баҫып ҡаршы ала торғайныҡ. 

Хужалыҡ ҙур, ғаилә ишле булғанғалыр, өйҙә һәр ваҡыт (миҙгеленә ҡарап) эш графиғы төҙөлдө. Сиратлап һауыт-һаба, иҙән йыуабыҙ, өй йыйыштырабыҙ, баҡсала эшләйбеҙ, емеш-еләккә йөрөйбөҙ, һыйыр һауабыҙ, ял итәбеҙ. Пионер лагерына ла икешәрләп бара торғайныҡ. Һуңынан был график холоҡҡа ингәндер, үҫмер саҡта график булғанын хәтерләмәйем. “Эшләүең кеше өсөн булһа, өйрәнеүең үҙең өсөн,”- ти ине атайым. Ысынлап та ҡулыбыҙҙан килмәгән эш юҡ. 

Тормош – ул уйын-көлкөнән, бәхет шатлыҡтан, уңыштарҙан, осоштарҙан ғына тормай. Донъя булғас, һауыт-һаба шалтырамай ҙа булмағандыр. Тик беҙгә, балаларға, был бер ваҡытта ла күренмәне. Үҙемә, инде бик күп тормош тәжрибәһе туплаған кешегә бер хәҡиҡәт асыҡланды: матур, татыу ғаилә ҡороп, бәхетле йәшәйем тиһәң, бер-береңде яратырға, ихтирам итергә, сабыр булырға кәрәк. Был еңел түгел, ә шулай ҙа мөмкин. 

... Был тормошта һәр бәхетле кеше үҙенсә бәхетле, һәр бәхетһеҙ – үҙенсә бәхетһеҙ... Эйе, күпме кеше - шул тиклем яҙмыш, күпме яҙмыш – шул тиклем хәл-ваҡыға. Бер-береһен ҡабатламаған, бер-береһенә урыны-урыны менән саҡ ҡына оҡшаған, төрлө-төрлө кеше ғүмерҙәре... 

Бәхетле булыуҙың сере нимәлә һуң?.. 

Ауырығанда шәфҡәт туташы теге-был дарыуға әҙер рецепт яҙып бирә. Ә бының рецебы юҡ, сөнки был сир түгел, был – Бәхет! 

Кешеләр бергә булғанда ғына бәхетле була алалар. Хаҡ әйткәндәр: “Бәхетле булыу өсөн, кемделер бәхетле итергә кәрәк. 

Атай, беҙ һине бик-бик яратабыҙ! Әсәй, һине лә!!! 

* * * 

Хәтремдә, атай, бик-бик күптән 

Шиғырымды уҡып, ихлас көлдөң. 

Ваҡыт үткәс, ҡыҙым, күп нәмәгә 

Ҡарашың үҙгәрер шул тинең. 

Бөтәһе лә һин әйткәнсә булды, 

Үҫтем, аҡылландым, аңланым. 

Был тормошта бөтә нәмәгә лә 

Атай һүҙе нигеҙ һалғанын. 

 

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА-Вәлиева. 

Өфө ҡалаһы.

ИСЕМДӘРЕ ГЕЛ ЙӘНӘШӘ – АЙ МЕНӘН ҠОЯШ КЕҮЕК...
ИСЕМДӘРЕ ГЕЛ ЙӘНӘШӘ – АЙ МЕНӘН ҠОЯШ КЕҮЕК... 
Автор:
Читайте нас: