Все новости
Новости
14 Октября , 16:00

Студентҡа ярҙамға

Бөгөн “Ватандаш” республика журналы хеҙмәткәрҙәре Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары менән осрашты

Бөгөн “Ватандаш” республика журналы хеҙмәткәрҙәре Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары менән осрашты. Журналдың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева һәм фән бүлеге мөхәррире Миләүшә Мөхәмәтйәнова 3-сө курс студенттарына журнал хаҡында һөйләне, баҫманың фәнни бүлегенә ингән төп рубрикалар, “Әҙәбиәт ғилеме”, “Тел ғилеме”, “Халыҡ ижады” рубрикалары аҫтында баҫылған фәнни-популяр мәҡәләләр менән таныштырҙы, тыңлаусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

“Ватандаш”та баҫылып сыҡҡан һәр бер материалды ғилми тикшеренеүҙәрҙә ҡулланырға була, – ти баш мөхәррир, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева. – Бөгөнгө был осрашыуҙы ла студенттарға мөмкин тиклем файҙалы итеп ойошторорға тырыштыҡ, шуға ла “Студентҡа ярҙамға” тип атаныҡ. Журналыбыҙ сыға башлауға 25 йыл тулғанда ошондай фәнни-методик семинарҙарҙы башҡа юғары уҡыу йорттарында ла буласаҡ тарихсылар, философтар, педагогтар менән үткәрергә уйлайбыҙ”.

Студентҡа ярҙамға
Автор: