Все новости
Новости
14 Октября , 11:47

«Мин — Гәрәй ырыуы ҡыҙы!»

Был рубрика сиктәрендә, ғәҙәттә, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының урта һәм өлкән быуын вәкилдәре хаҡында һүҙ алып барыла. Бөгөн иһә, ҡалыптарҙан тайпылып, һеҙҙе төньяҡ-көнбайышта йәшәгән милләттәштәребеҙҙең яңы быуыны — йәштәр менән таныштырырға булдыҡ.

«Мин — Гәрәй ырыуы ҡыҙы!»

Ынйы ҠӘЛӘМОВА Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында филология һәм мәҙәни-ара коммуникациялар факультетында белем ала. Ул — Гәрәй ырыуы ҡыҙы, Краснокама районы Яңы Ҡайынлыҡ ауылында тыуып үҫкән.

— Ниндәй уй-ниәттәр менән янып йөрөйһөң?

— Быйыл юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулыма диплом аласаҡмын, шуға күрә бар көсөмдө уҡыуға йүнәлттем.

— Хәҙерге Ынйы уның бала сағындағы ҡыҙҙан нимәһе менән айырыла? Шул ваҡыттағы хыялдарың тормошҡа аштымы?

— Кескәй саҡтан уҡытыусы булып уйнарға яраттым. Өләсәйем, әсәйем — уҡытыусылар. Мәктәптән аҡбур һалып алып ҡайтам да, өйҙә әсәйемдең китаптарын тотоп, үҙемде уҡытыусы ролендә күҙ алдыма килтерә, был һөнәр хаҡында хыяллана торғайным. Бәләкәйҙән аралашырға яраттым, асыҡ-ярыҡ инем, таныштарым, дуҫтарым, мәктәптә бергә уҡыған класташтарым, уҡытыусыларым менән яҡшы мөнәсәбәттә булдым. Бала саҡтағы тағы ла бер мөхәббәтем — ул сәхнә. Мәктәпте тамамлағанға ҡәҙәр бейеү менән әүҙем шөғөлләндем. Төрлө сараларҙа ҡатнашыу оҡшай ине, сәхнә ҙурыраҡ булған һайын сығыш яһауы ла ҡыҙыҡлыраҡ. Театр менән мауығыуым да бала саҡтан башланды, мәктәптә, ауыл мәҙәниәт йортонда күп спектаклдәр ҡуйҙыҡ. Концерттарҙа алып барыусы ла булдым. Сәхнә ене ҡағылғанға күрә, XI класҡа етәрәк, театр йүнәлеше буйынса уҡырға инергә ниәтләй башланым. Был йәһәттән күп уйландым, һөҙөмтәлә, етдиерәк, киләсәктә эш урыны табырлыҡ һөнәрҙе үҙләштерергә кәрәк тигән фекергә килдем дә уҡытыусылыҡты һайланым. Шулай ҙа хыялым артымдан Бөрөгә эйәреп килде. Ҡала мәҙәниәт һарайында театр студияһы булыуын белеп ҡалыуымдың икенсе көнөнә үк шунда йүгерҙем. Һынауҙарҙа шиғыр һөйләп күрһәткәс, мине үҙ командаларына алдылар. Әмәлгә ҡалғандай, Республика көнөнә концертҡа алып барыусы эҙләйҙәр ине, шунда тәғәйенләнеләр. Артабан яңы спектакль сығарҙыҡ, миңә төп роль эләкте. Күңелемә ятҡан шөғөлөм, бала саҡ хыялым ошо «Өмөт» театр студияһында шулай итеп бойомға ашырылды.

— Ниндәй спектаклдәрҙә ниндәй ролдәр башҡарыу бәхете тейҙе?

— Мостай Кәримдең «Айгөл иле» драмаһында — Айгөлдө, Данил Сәлиховтың «Ҡапсыҡтағы Мәғрифә» комедияһында — Мәғрифәне, Аяз Ғиләжевтең «Беҙ ун ике ҡыҙ инек» драмаһында Зиләне уйнаным.

— Улар араһында яратып башҡарған ролең бармы?

— Мостай Кәримдең Айгөлө.

— Ни өсөн? Нимәһе менән үҙенә йәлеп итә был сәхнә геройы?

— Айгөл — йәш, ул хыялый, ихлас рәүештә ысын мөхәббәткә ышана. Был ролде уйнаған ваҡытта үҙем дә шундайыраҡ ҡыҙыҡай инем, хыял донъяһын гиҙә торғайным (көлә — авт.). Холҡобоҙҙа дөйөм һыҙаттар ярылып ятҡан һымаҡ.

— Холоҡ тураһында һүҙ сыҡҡас... Үҙең тураһында һүрәтләмә яҙһаң, ниндәйерәк кеше итеп һүрәтләр, тәнҡитләр, маҡтар инең?

— Бая әйтеп киткәнемсә, бик аралашыусан кешемен, яңы таныштарым менән уртаҡ телде тиҙ табам. Төркөмдәштәрем дә минең хаҡта, изге күңелле, ярҙамсыл, тиҙәр. Беренсе курстан факультеттағы төркөмөбөҙҙә староста вазифаһын үтәйем. Бергә уҡыған иптәштәрем уҡыу мәсьәләһе менән генә түгел, шәхси проблемалары менән дә мөрәжәғәт итә, уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ашығам.

— Был йомартлығың, ихласлығың айырым осраҡтарҙа үҙеңә ҡамасау түгелме?

— Ҡулымдан килә икән — ни эшләп ярҙам итмәҫкә, ти. Үҙем белгәнде башҡалар менән рәхәтләнеп бүлешәм.

— Филология факультетын тамамлағандар уҡытыусы ғына түгел, тел белгесе, журналист булып та эшләй ала. Һин уҡытыусылыҡты һайлағанһың. Шулай ҙа башҡа тармаҡтар ҡыҙыҡһындырамы?

— Мәктәптә уҡығандағы тағы бер мауығыуым — ул матбуғат. Гәзит-журналдарҙы шул ваҡыттарҙан алып йотлоғоп уҡыйым. Мәктәптә иншалар конкурстарында әүҙем ҡатнаштым. Университетҡа уҡырға ингәс, уҡытыусылар мәҡәләләр яҙып ҡарарға кәңәш итте. Ҡәләмемде һынап ҡараным. Был һөнәр менән артыҡ ҡыҙыҡһынмайым, шулай ҙа үҙемде борсоған, иғтибарымды йәлеп иткән темаларға баҫмалар аша фекеремде белдерергә яратам.

— Ғәҙәттә, студент тормошо төрлө сараларға, ваҡиғаларға бай. Шул уҡ уҡыу өлкәһендә генә әллә күпме йүнәлеш буйынса шөғөлләнеп була. Филология факультеты студенты булараҡ, был йүнәлештә үҙеңде төрлө бәйгеләрҙә һынап ҡарағаның бармы?

— Рәсәй, Башҡортостан, төбәк-ара кимәлдәге тасуири уҡыу конкурстарында ҡатнашып тәүге урындарға лайыҡ булдым: Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй тасуири уҡыу конкурсында, Кәтибә Кинйәбулатованың әҫәрҙәрен яттан һөйләү буйынса республика бәйгеһендә — II дәрәжә диплом, «Ата-бабалар ауазы» төбәк-ара әҙәби-шиғри фестивалдә дипломант исемен яуланым. Университет кимәлендә уҙған әҙәби кисәләрҙә лә әүҙем ҡатнашам.

— Ынйы, һин — төньяҡ-көнбайыш башҡорто. Һеҙҙең диалектығыҙ бик үҙенсәлекле, хатта оҙаҡ ваҡыт күптәрҙең был һөйләштә аралашҡандарҙы татар милләтенән тип һанауы бер кемгә лә сер түгел. Шәхсән һинең был йәһәттән үҙ асылыңды барлау ни рәүешле ине? Әллә башҡорт икәнлегеңде баштан белеп үҫтеңме?

— Бәләкәйҙән үҙемде татар ҡыҙы тип һананым, быға диалектыбыҙҙың башҡорт әҙәби теленән айырылып тороуы булышлыҡ итте. Х класта уҡығанда беҙҙең Яңы Ҡайынлыҡ ауылына ырыуҙар йыйынтығын сығарыу маҡсаты менән ғалимдар мәғлүмәт тупларға килеп төштө. Беҙгә улар төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының Гәрәй ырыуы хаҡында һөйләне, китапҡа ошо ырыу вәкиленең фотоһүрәтен эҙләүҙәре хаҡында еткерҙеләр ҙә мине саҡырып алдылар. Йөҙ-һыҙаттарым тура килде, һәм минең фотоһүрәтем Гәрәй ырыуы кешеһе өлгөһө булараҡ китапта баҫылып сыҡты. Миндә был хәл арҡылы ҡыҙыҡһыныу уянды, ғаиләмдең шәжәрәһен ентекләп өйрәнә башланым, нәҫел тамырҙарым менән Яңы Ҡайынлыҡ ауылында тыуып үҫкән, ошонда йәшәгән Гәрәй ырыуы вәкиленә тоташыуым хаҡында белдем. БДУ-ның Бөрө филиалына уҡырға ингәс, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты булыуын, уның үҙенсәлектәрен асыҡланым. Һөҙөмтәлә, башҡорт ҡыҙы икәнемә шик ҡалманы.

— Шәжәрәңде өйрәнгәндә ҡыйынлыҡтар тыуҙымы?

— Беҙҙең ғаиләнең шәжәрәһе төҙөлгән дә, өйрәнелгән дә, сөнки олатайым Әбудаис Әсләхетдин улы Ҡәләмов — Краснокама районының билдәле колхозсыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Беҙҙең шәжәрәне төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ебәрә торғайнылар.

— Башҡорт әҙәбиәтенән ниндәй шағир-яҙыусыларҙы үҙ итәһең?

— Яуабым, бәлки, үтә ябай яңғырар, әммә яратҡан шағирым да, яҙыусым да — Мостай Кәрим. Уның тыуған яҡ, Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы шиғырҙары күңелемә яҡын, ҡайһы берҙәрен яттан беләм. Пьесаларын да, сәсмә әҫәрҙәрен дә йотлоғоп уҡыйым. Ул — шул ҡәҙәре үҙенсәлекле классик. Шулай уҡ Гөлсирә Ғиззәтуллинаның әҫәрҙәрен яратам.

— Һинеңсә, бөгөнгө быуын йәштәрен нимәләр борсой, нимәләр ҡыҙыҡһындыра?

— Минең уйлауымса, уларҙы шәхес булараҡ йәмғиәттәге урындары, яҡшы эш, юғары эш хаҡы алыу мәсьәләләре борсой.

— Бөгөнгө йәш быуын илһөйәрме?

— Төрлө йәштәр төрлөсә, әлбиттә. Әммә мине уратып алған мөхиттәге йәштәрҙе илһөйәр тип әйтә алам. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараштабыҙ, уны бысратыу түгел, киреһенсә, тирә-йүнде сүп-сарҙан таҙартырға, төрлө экологик өмәләрҙә ҡатнашырға тырышабыҙ. Милли үҙаңыбыҙ ҙа үҫешкән: «Туған телемдә һөйләшәм», «Милли кейем» флешмобтарында теләп, әүҙем ҡатнашабыҙ. Билдәле башҡорт яҙыусыларына арналған конкурстарҙы көтөп алабыҙ.

— Биш йылдан һуң тормошоңдо нисек күҙ алдыңа килтерәһең?

— Үҙемде башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ғаиләле, бәхетле кеше итеп күрәм. — Һинеңсә, ысын башҡорт ҡыҙы ниндәй булырға тейеш? — Туған телен яҡшы белгән, Тыуған илен хөрмәт иткән яғымлы ҡыҙ. «Ҡыҙыл» диплом алырға йыйынған, уҡыуға мөкиббән киткән ҡыҙ үҙен әңгәмә барышында әҙәбиәткә, сәнғәткә ғашиҡ, йәмәғәт эштәрендә әүҙем шәхес итеп танытты. «Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә башҡорт телен пропагандалау, боронғолоҡ эҙҙәрен һаҡлаған үҙенсәлекле диалектыбыҙҙың ҡариҙел, ғәйнә, түбәнге ағиҙел — ыҡ, урта урал, танып һөйләштәрендә һөйләшкән йәш милләттәштәремде әҙәби башҡорт теленә өйрәтеү минең дә өлөшөмә төшәсәк. Әле мин ошо изге маҡсатта белем эстәү юлындамын», — ти Ынйы Ҡәләмова, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының йәш быуын вәкиле.

Автор:Айгөл Ғәбитова «Башҡортостан» гәзите