Все новости
Новости
27 Сентября 2021, 17:36

Исеме халыҡҡа әйләнеп ҡайтты

Бөгөн Күгәрсен районының Нуҡай ауылында Буҫтыбай ауылының арҙаҡлы ир-уҙаманы, дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Баш суды рәйесе Ғәҙелша Дәүләт улы Ейәнсурин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. 

Исеме халыҡҡа әйләнеп ҡайтты
Исеме халыҡҡа әйләнеп ҡайтты

Сарала Бөтә донъя Башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, билдәле йәмәғәт эшмәкәре медицина фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, профессор, Рәсәй Федерацияһының 5-се, 6-сы саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева һәм «Башҡортостан» телерадиокампанияһының директор урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, Күгәрсен районы хакимиәте вәкилдәре, район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, Ғәҙелша Дәүләт улының ауылдаштары, туғандары, ауыл китапханасылары ҡатнашты. 

 

Ғәҙелша Дәүләт улы Ейәнсурин — дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Баш суды рәйесе, 1894 йылдың октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе, (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы) Буҫтыбай ауылында тыуып үҫкән. 

Асыҡ мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, 1906–1910 йылдарҙа Сәйетҡол рус-башҡорт училищеһында белем алған. 1912 йылдан Ырымбур ҡалаһында Хөсәйеновтың типографияһында хеҙмәт юлын башлаған. 

1916 йылда Беренсе донъя һуғышына алынып, уҡыу командаһына ебәрелгән. Унтер-офицер званиеһын алғас, Көнбайыш фронтта 104-се пехота полкының взвод командиры булып хеҙмәт иткән. 1917 йылдың декабрендә фронттан ҡайтҡас, 2-се Ҡараҡыпсаҡ улысы идараһында эштәр менән идара итеүсе булып эшләгән. 

1921 йылдың декабрендә Ғәҙелша Дәүләтша улы Башвоенком тарафынан Стәрлетамаҡҡа саҡыртып алынған һәм атлы конвой командаһының начальнигы итеп тәғәйенләгән. 1923 йылдың мартынан Йылайыр кантонында милиция начальнигы ярҙамсыһы, артабан БАССР Баш судының Йылайыр кантонындағы вәкиле һәм 1925 йылдан Тамъян-Ҡатай кантонына күсерелгән. Ә инде 1926 йылдан Арғаяш кантоны прокуроры вазифаһын башҡаған. 1928 йылдан БАССР прокуроры ярҙамсыһы, ә 1929 йылдан — БАССР-ҙың Баш суды рәйесе вазифаһын үтәгән. 

 

1931 йылдан 17-се Дәүләт төҙөлөш тресының идарасы урынбаҫары, һуңынан «Ураллесстрой» тресының Башҡортостан төҙөлөш контораһы начальнигы вазифаларында эшләгән. 1934 йылдан БАССР- ҙың коммуналь хужалығы халыҡ комиссары вазифаһын башҡарған. 

1937 йылдың 9 июлендә репрессияланған, буржуаз-милләтселектә ғәйепләнеп ҡулға алынған, төрмәгә ябылған. 1937 йылдың 27 ноябрендә атылған. 1956 йылдың 21 майында аҡланған. 

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев Ғәҙелша Дәүләт улының исеме тыуған ере, тыуған иле өсөн йән атҡан, халҡым тип янып йөрөгән күренекле яҡташтарыбыҙ исемлеге араһында үҙ урынын алды, тип билдәләне ; журналист, тарихсы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Азат Ярмуллинға район хакимиәтенең рәхмәт хатын тапшырҙы. 

 

Рөстәм Баянов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡортостан дәүләтселеге ойоштороуҙың башында торған шәхестәрҙе, уларҙың эштәрен халыҡҡа белдереү һәм исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында «Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуы һәм дәүләтселеге: 100 шәхес» проектын булдырыуын, уның төрлө йүнәлештә уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне. «Шул иҫәптән, Ғәҙелша Ейәнсуриндың исеме лә халыҡҡа әйләнеп ҡайтты. Тарихын, билдәле шәхестәрен белгән, ҡәҙерләгән халыҡтың тамырҙары ныҡ була һәм ул мәңге йәшәйәсәк», — тине Рөстәм Баян улы. 

Ауылдаштары исеменән Ғәлиә Ибраһимова сығыш яһаны. Ғәҙелша Ейәнсурин иҫтәлегенә асылған таҡтаташҡа ҡунаҡтар сәскәләр һалды. 

Шулай уҡ бөгөн Күгәрсен районында урындағы әүҙемселәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре менән берлектә «Айыҡ ауыл — 2021» конкурсында ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса һөйләшеү үткәрҙе. Ҡоролтай вәкилдәре методик ярҙам күрһәтте, консультация бирҙе. 

 

Урындағы ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында иһә ойошма рәйесе һайланды. Был вәкәләт Күгәрсен районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рөстәм Сәйетбатталовҡа йөкмәтелде. Ул ошо төбәктә тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, оҙаҡ йылдар район гәзитендә, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә эшләгән. Уға уңыштар, илһамлы хеҙмәт юлы теләйбеҙ! 

Исеме халыҡҡа әйләнеп ҡайтты
Исеме халыҡҡа әйләнеп ҡайтты
Исеме халыҡҡа әйләнеп ҡайтты
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: