Все новости
Новости
22 Сентября , 10:51

"Ватандаш" журналының сентябрь һаны донъя күрҙе!

Журналдың һарысай һанында файҙалы ла, күңелгә ятышлай булған мәҡәләләр табырға мөмкин. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә иғтибар итәйек.

"Ватандаш" журналының сентябрь һаны донъя күрҙе!

Балаһын мәктәпкә оҙатҡан һәр ата-әсә уның яҡшы уҡыуын, белем алыуын теләй. Әммә белгестәр әйтеүенсә, беҙҙең тәбиғи потенциалыбыҙҙың 10 проценты ғына эшкә егелә. 11 йыл уҡыу дауамында баланың һәләте ҡайҙа юғала? Ни өсөн күп балалар уңышҡа өлгәшеү урынына мәктәпкә йөрөүҙән йәм тапмай башлай? Ни өсөн ата-әсәләр педагогик процестың ҡатнашыусылары түгел, ә ялыу кенәгәһенә әйләнде - ата-әсәләр йыйылышы кемдең нисек өлгәшеүе, ниндәй тәртипһеҙлек боҙоуы хаҡында ғына һөйләшеүгә, ғәйеплене эҙләүгә ҡайтып ҡалды? Ни өсөн беҙ баланы уртаса кимәлгә еткерергә ынтылабыҙ, гуманитар фәндәрҙән һәләтленән математик яһарға, йә киреһенсә, теүәл фәндәргә башы тәгәрәп йөрөп эшләгәндән тел буйынса белгес яһарға маташабыҙ. Шуға ла һәләте әҙ булған баланы, уларға тартылыр тип, көслөләр менән бергә ултыртабыҙ. Әммә билдәле булыуынса, тартылған бау бер ҡасан шартлап өҙөлә. Йә әйтәйек, ғәрәп сапҡыны менән бер һарайға ишәкте ҡуйһаң ул бит йүгерек атҡа әйләнмәй, шулай бит? Ни өсөн һуң улайһа төрлө кимәлдәге балаларҙы бер класҡа тултырабыҙ? Шунан китә инде сағыштырыуҙар! Раймонд Паулсҡа Бахҡа етерлек түгел, ә әгәр Бах эстрада йырҙарын ижад итә башлаһа ул Паулсҡа етә алыр инеме? Быныһы икеле! Йә иһә Александр Пушкинға аҡыллы Арина Родионовна урынына уҡыу алдынғыһы эшләргә маташҡан уҡытыусы эләкһә, унан шундай бөйөк шағир сығыр инеме? Әгәр уға барығыҙ ижад итегеҙ, һеҙҙән математикаға бер ниндәй файҙа юҡ тип әйтеүсе булмаһа, “Руслан менән Людмила”, “Евгений Онегин”, “Капитан ҡыҙы” әҫәрҙәре ижад ителер инеме? Мәктәптәрҙә беҙ әҙерәк кенә йүгергән, әҙерәк кенә йөҙә белгән, донъяның барлыҡ вуздарына уҡырға инергә әҙер булған уртаса кимәлдәге уҡыусыны әҙерләйбеҙ. Әммә уйлап ҡараһаң, ул йөҙөү буйынса иң-иңдәрҙән ҡалыша, йүгереү буйынса ла иң етеҙе түгел, бер нәмәлә лә ул иң шәбе түгел, ә уртаса кимәлдә! Проблема уҡыусыларҙың төрлө кимәлдә һәләтле булыуында түгел, ә уҡытыу системаһының барыһын да бер ҡалыпҡа һалып ҡарауында!” – ти педагогика фәндәре докторы Нэлли Мочалова менән педагогика фәндәре кандидаты Мөнирә Абдуллина “Генийҙар йөҙ йылға бер тыуа…” тигән мәҡәләһендә. “Педагогика” рубрикаһында урын алған материалдағы файҙалы кәңәштәр, аңлатмалар, сағыштырыуҙар уҡытыусыларға ла, ата-әсәләргә лә берҙәй аңлайышлы һәм фәһемле булыр.

 

50 йыл ғүмерен Башҡорт дәүләт университетына бағышлаған, 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырған, уҡыу әсбаптары әҙерләгән ғалим күңелендә ижад кешеһе, йырсы булырға хыялланған моңға ғашиҡ йән тип кем уйлаған?

Тормош уны йыш ҡына һайлауҙар алдына ҡуя, уның һәр ваҡыт дөрөҫ ҡарарға килергә хәленән килмәй, ҡайсаҡ тормош уға һайлау ҡалдырмай. Нисек ул ғалим булып китә һуң тип аптырар уҡыусы? Бының өсөн ул оҙон һәм ауыр юл үтә: табелсе, тимер юлын таҙартыусы, декан, ансамблде ойоштороусы, мәктәп директоры, Мәскәү дәүләт университеты аспиранты, тарих факультетының декан урынбаҫары. Уның эшләгән эштәрен, ҡаҙанған уңыштарын һанай китһәң… Ҡайһы берҙәрен телгә алып китеү ҙә етә. Мәҫәлән, ғалим 7 томлыҡ башҡорттар тарихын яҙыуға ҙур өлөш индерә. Уға 3-сө томды, йәғни XVI быуат уртаһынан XVIII быуат аҙағына тиклемге осорҙо, әҙерләүҙе йөкмәтәләр. Ғалим башҡорттарҙың Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуын дәлилләгән документтар булмауы тураһында бер нисә тапҡыр ултырыштарҙа сығыш яһай. Уға шул Иван Грозный тапшырған жалованный грамоталарҙың архивтарҙан күсермәһен булһа ла табырға ҡушалар. Һөҙөмтәлә ул аспиранттары менән көньяҡ башҡорттары менән мең ырыуы башҡорттарына бирелгән жалованный грамоталарҙың күсермәһен табыуға ирешә. Бынан тыш улар башҡорттарҙың Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуын дәлилләгән Мәскәү батшаларының башҡорттарға биргән һаҡлау грамоталарына юлыға.

Ғүмерен ижадһыҙ күҙ алдына килтермәгән талантлы шәхестең үҙен фәндә табыу тарихы барлыҡ уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы булыр! Тарих фәндәре докторы Нәзир Ҡолбахтин тураһындағы очеркты Башҡортостан ғалимдары рубрикаһында табырһығыҙ.

 

Паркта хушлашҡанда ир унан телефон номерын һорап алғайны. Шылтыратырға теләгәндер, әлбиттә. Мәҫәлән, уның тәҡдименә Асия ни рәүешле яуап бирер икән тип. Бәлки, кәрәге тейер, тип кенә алғандыр. Асыҡтан-асыҡ ашҡынмаһа ла, ҡатын бер нисә көн хәбәр көтөп йөрөнө. Уға ни тип яуап ҡайтарасағы тураһында ла уйланды. Тәүгеһе – шаяртып ҡотолоу. Мәҫәлән, мин яңғыҙ йәшәүҙе өҫтөн күрәм, сөнки өйрәнгән баш. Ә ғаилә тормошо – бик ҡатмарлы, мин уға күнекмәгәнмен. Хәйер, юҡ, бындай яуап бирер өсөн бөтөнләй уйһыҙ, хатта үҙ-үҙеңә дошман булыу кәрәктер. Ҡабатланмаҫ ғүмерҙе яңғыҙлыҡҡа дусар итеү – дошманлыҡ булмай, ни булһын?

Әсенеп уйланды Асия. Ә ризалыҡ биреү ҙә анһат түгел бит. Бер түгел ике бала өҫтөнә барырға кәрәк. Ҡыҙы әле ҡулға эйәләштерерлек йәштә булһа, малайы үҫеп бөткән дә баһа! Тиҫкәреләнәсәге көн кеүек асыҡ. Баш тартырға! Быныһы иң еңеле. Ә әҙәм балаһы ҡәнәғәтлек тойғоһон ауырлыҡтарҙы еңеп кенә кисерә түгелме ни? Ризалашырға!” – ниндәй ҡарарға килер Асия? Ике етем балаға әсәй булып барырға ҡыйыулығы етерме, әллә күнегелгән һәүетемсә тормошо менән йәшәүен дауам итерме? Бер мөхәббәт тарихы журнал уҡыусыларҙы берсә ялҡынлы хистәр тулҡынына ташлар, берсә әсе тормош хәҡиҡәтенә ҡайтарыр!

 

 

Автор:Гөлназ Рәхмәтова.