Новости
10 Сентября 2021, 07:23

Милли кейем көнө менән!

Бөгөн Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Республика башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса, был көн йыл һайын апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.

Милли кейем көнө менән!Милли кейем көнө менән!
Милли кейем көнө менән!
«Ватандаш» журналы хеҙмәткәрҙәре лә был матур саранан ситтә ҡалманы. Ҙур теләк менән Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы иғлан иткән флешмобҡа ҡушылабыҙ!
Был фото - баҫмабыҙҙың 25 йыллығына арналған "Йөрәгемдә - халҡым минең" проекты емеше. Уны беҙ БР Милли музейы менән берлектә тормошҡа ашырҙыҡ. 
Милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Эске булмышыбыҙҙың сағылышы булған оло хазинаны юғалтмайыҡ, ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырайыҡ!
 
Автор:
Читайте нас