Все новости
Новости
23 Августа , 20:55

“Ватандаш” журналының август һаны донъя күрҙе!

Журналдың урағай һаны август айы ише емешле, һутлы мәҡәләләргә, әҫәрҙәргә бай. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып китәйек.

“Ватандаш” журналының август һаны донъя күрҙе!

 

«Апрелдә, кәрен юғалта барыусы ҡыш менән көндән-көн хәлләнеүсе яҙ араһындағы сәкәләшеү тынып өлгөрмәгән алағарайҙа, йәрәшеп, мөхәббәтле ғаилә ҡороп йәшәп алып киттек. Илле ике йыл! Иҫ-аҡыл китерлек үк ара булмаһа ла, бер көнөң айға торошло заманда был тиклем ғүмер ҙә – мәртәбә.

Ғүмерҙең юлын һәр кем үҙе генә үтә, тип раҫлауға ҡарамаҫтан, был донъяла йонсоу көндәрҙә баш осона сатыр ҡороп, өшөгәндә, ут янында урын биреп, йотом һыуын һәм һыныҡ икмәген бүлешеп барыусылар күп була икән. Әҙәм балаһы күҙе асылғас уҡ күңел шәмен тоҡандыра алмай, уға тәүге аҙымдарынан уҡ йүгерекләп китеү мөмкин түгел. Эргәһендә яҡын кешеһе булмаһа, тел асҡысын уға кем һалһын? Яныңда күкрәген йыртып асып, ҡулыңа йөрәген тотторорҙай кеше юҡ икән, һинең үҙ йөрәгең дә нисек тибәсәк әле?

Яҙ өйләнешеү ярамаҫ, көҙгә ҡалдырайыҡ, тип ҡараһалар ҙа, алға алғанды ҡуя булабыҙмы, апрелдә район советы башҡарма комитеты етәкселәре никахыбыҙҙы теркәп, бурысҡа батып туй үткәрҙек. Ул бурысты: “Ай әттәгенәһе, шыпа мандып булмай ҙа баһа”, – тип ыуалана-ыуалана, ике йыл буйы ҡайтарҙыҡ. Иң мөһиме – район хужалары ике бүлмәле фатирға туйҙа уҡ ордер тотторҙо. Туйҙа ике яҡтан да туғандар танышып, яҡынайышып ҡайтты.» - тип йылы иҫтәлектәре менән бүлешә 80 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршылаған күренекле журналист һәм публицист Марсель Ҡотлоғәлләмов. “Дан килер ҙә китер, яҡшы исем атанан балаға ҡалыр” тип исемләнгән мәҡәләлә тәүге булып Шәһит Хоҙайбирҙин премияһын алған билдәле шәхес публицистик яҙмаларын тәҡдим итә.

“Сәмиға апайым магазинда эшләне, шуға ла яңы ғына килгән төрлө тәм-томдан өҙөлмәнем. Шулай бер һатыуға яңы төр печенье килтергәндәр. Сысҡан кимермәһен өсөн түбә таҡтаға элеп ҡуйылған мендәр тышлығы эсенән көн дә миңә берәр печенье бирә ине. Ул саҡта арыш онон да табып булмай ине.

Миңә 1 йәш булғас, атайым менән әсәйем отпускыға ҡайтты. Әсәйемдең бәпес көткәне беленгәс, мине тағы 1 йылға ауылда ҡалдырырға булдылар, шулай йыл һайын төрлө сәбәптәре сығып торҙо. Ауылда ла миңә эҫенеп киткәндәр ине, ебәргеләре лә килмәгәндер инде. Уларҙың минең өсөн өҙөлөп тороуын бер хәл иҫбатлай. 

Йәй башында температурам күтәрелеп ауырып киттем. Үҙ көстәре менән аяҡҡа баҫтыра алмағас, район үҙәгендәге дауаханаға алып барҙылар. Үпкәмә һыуыҡ тейгән. Сәмиға апайым минең менән 3 ай буйы дауаханала ятты. Өләсәйем көн дә йәйәүләп 25 километр алыҫлыҡта ятҡан ауылдан яңы һауылған һөт менән ҡаймаҡ килтереп йөрөнө. Хәҙер уның минең өсөн нисек өҙгөләнгәнен яҡшы аңлайым. Врач яңы бешкән ҡарағат ашарға ҡушҡайны. Үҙебеҙҙә үҫмәгәс, өләсәйем район үҙәгендә өй беренсә йөрөп, бер стакан еләк табып килтерҙе. Әсәйемдәр оҙайлы гастролдә ине, уларға хәбәр итеп торманылар. Сәмиға апайымды, 3 ай буйы эшендә булмағас, эшенән ебәрҙеләр. Атай-әсәйемдәр ҡайтыуға мин һауыҡҡайным инде. Өләсәйемдәргә бәнәң өсөн шундай ҡыйынлыҡтар аша үтергә тура килеүен улар аҙаҡ ҡына белделәр,” – тип иҫләй бала сағының бер мәлен 70 йәшен билдәләгән Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Башҡорт академия драма театры актеры Олег Ханов. Мәҙәниәт рубрикаһында урын алған иҫтәлектәрҙә Айһылыу Сәғитова талантлы актер һәм режиссерҙың тормош юлы буйлап сәйәхәт ҡылырға саҡыра. Был сәйәхәттән журнал уҡыусылар фәһем дә, күңел кинәнесе лә алыр!

 

Фән кандидаты Рәфил Аҫылғужиндың мәҡәләһе Ҡалтасы районында йәшәгәндәргә айырыусы ҡыҙыҡлы булыр. Ғалим әйтеүенсә, райондың көнбайыш өлөшө элек гәрәй ырыуыныҡы булған. Краснокама районы башҡорттарының күпселеге лә гәрәй ырыуы нәҫелдәре. Гәрәйҙәр 2 ҙур ҡәбиләне тәшкил иткән: урман гәрәй һәм ил гәрәй. Ил гәрәйҙәр башлыса Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымындағы ерҙәрҙә урынлашҡан, урман гәрәйҙәр Бөрө өйәҙенең төньяғындағы ҡара ылыҫлы урмандарҙы төйәк иткән. Архив сығанаҡтарын ҡулланып яҙылған мәҡәлә үҙ сығышын, шәжәрәһен өйрәнеүселәргә мәғлүмәтле булыр.

Тыуған яҡты өйрәнеүсе Зөфәр Толомғужин Бөрйән районындағы ауылдар тарихын өйрәнә. Ул ҡайһы бер ғалимдарҙың ауыл тарихына бәйле фекерҙәре менән килешмәй, сөнки улар факттарға, һандарға таянып эш иткән, ә тәҡдим ителгән мәҡәләлә автор кешеләрҙән мәғлүмәт йыйып нәҫел ептәрен барлаған. Уның тикшеренеүҙәре тыуған ере тарихына битараф булмаусыларға айырыуса ҡиммәтле булыр. 

 

«Әҙип һүҙе” тигән төшөнсә бар. Ул юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Сәсәндәрҙең, яҙыусыларҙың теге йәки был ваҡиғаға нимә әйтеренә, ниндәй фекер белдереренә халыҡ электән үк иғтибар иткән, ҡолаҡ һалған. Бик баһалы, бик ҙур һүҙ булғанға ла уны шулай айырып атап йөрөткәндәр.

Хәҙерге социаль селтәрҙәр заманы иғтибарҙы әҙиптең һүҙенән уның үҙенә: холоҡ-фиғеленә, тышҡы ҡиәфәтенә йүнәлтте. Шулай уҡ уның тормош позицияһы ла (нимәне күрә, ә нимәгәлер күҙ йома) йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалмай.

Ошоларҙан сығып, журнал уҡыусылар иғтибарына «Һүҙем, күҙем һәм үҙем» тигән темаға интервьюлар тәҡдим ителә башлай. Тәүге һүҙ август айында оло юбилейын билдәләүсе шағирә, журналист һәм публицист Зөһрә Ҡотлогилдинаға бирелгән. Уның әҙип һүҙе ниндәй булыры ҡыҙыҡһындырһа, Әҙәбиәт бүлегендәге тәүге мәҡәләгә күҙ һалығыҙ. 

Әҙәбиәттең проза бүлегендә Лира-Әхмәт Яҡшыбаеваның “Хәҡиҡәт юлынан мәңгелеккә” тип аталған тарихи-биографик романынан өҙөк тәҡдим ителә. Уның төп геройы – Башҡортостандың күренекле дин әһеле, мөфтөй Ғадбрахман Рәсүлев. “Кем һуң Зәйнулла ишан Рәсүлев? Мосолмандарҙың рухи короленә әйләнгән, Силсиләләр сылбырына ингән арҙаҡлы дин әһеле, ғалим һәм иман тәғлимәттәрен өләшеүсе тарихи шәхесте, меңәрләгән тираж менән сыҡҡан китаптарының таралып бөтөүенә ҡарағанда, бөгөн беҙҙә һәр кем беләлер.

Тәү сиратта, авторҙың киң мәғлүмәтле булыуы хайран итә: ул Зәйнулланың сабый сағынан алып ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем үҙе күреп, белеп торғандай итеп яҙа алыуға өлгәшкән.” – тип яҙғайны роман тураһында филология фәндәре кандидаты, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәүеф Шаһиев. 

Проза бүлегендә журнал уҡыусылар ҙа тарихи шәхестең ғүмер юлына байҡау яһау, уның менән ситтән булһа ла күрешеү мөмкинлегенә эйә. 

 

Автор:Гөлназ Рәхмәтова