Все новости
Новости
28 Июля 2021, 17:53

"Ватандаш" журналының тәүге мөхәррире Ғайса Хөсәйеновты һуңғы юлға оҙаттыҡ...

Башҡорт халҡының рухи нигеҙен һалыусы, тип атаны уны академик Фәнил Фәйзуллин. Башҡорт әҙәби ғилеменең титаны, тине Ғиниәт Ҡунафин. Пәйғәмбәр тип йөрөткән уны Рауил Бикбаев. Ҙур аҡыл эйәһе булып та иҫ киткес ябайлығы, кешелеклеге һәм кеселеклеге хаҡында һөйләне уҡыусылары.

"Ватандаш" журналының тәүге мөхәррире Ғайса Хөсәйеновты һуңғы юлға оҙаттыҡ...
"Ватандаш" журналының тәүге мөхәррире Ғайса Хөсәйеновты һуңғы юлға оҙаттыҡ...

Күптәр уның иҫ киткес эшлекле кеше булыуына баҫым яһаны. Быны беҙҙең журналдың ул етәкселек иткән осорҙағы һандарын алып ҡараһаң да күрергә була. Номер һайын публицистика өлгөһө булырҙай мәҡәләләре, парсалары, романдан өҙөктәр! Барыһына ла өлгөргән, барыһын да булдырған.

Ошо тиклем аҡыл эйәһен һуңғы юлға оҙатыу мотлаҡ берәй мәрмәр һарайҙа үтергә тейештер һымаҡ ине тәүҙә миңә. Бик күптәрҙең был хәбәрҙе ишетеп өлгөрмәгәнлектән килә алмай ҡалыуы ла эсте бошорҙо. Һуңынан аңланым. Ул бит бер ваҡытта ла мәшһүр залдарға ашҡынып торманы: бәхетте эш кабинетында, китапханаларҙа, ғаиләлә тапты. Пандемия башланғас, ҡыҙы Нурия еңгәй менән икеһен үҙенә күсереп алды. Ғүмеренең һуңғы көнөнәсә ҡәҙерле һәм тәрбиәле йәшәне. Мәңгелек йорто ла уның ғәзиз тыуған ауылында.Тимәк, барыһы ла дөрөҫ. Һиллек уның тәбиғәте һәм яратҡан мөхите.

Тыныс йоҡла, остазыбыҙ! Урынығыҙ ожмахта булһын.

Автор:Рашида Магадеева
Читайте нас: