Все новости
Новости
20 Июня 2021, 23:08

Йылайырҙа - Түңгәүер ырыуы йыйыны

Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында «Минең ауылым тарихы» халыҡ байрамы һәм Түңгәүер ырыуы йыйыны үтте.Байрам сиктәрендә ауылға нигеҙ һалыусы Ҡашҡар Мамытовҡа стела һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыу, Ырыуҙаштар аллеяһын ултыртыу тантаналары булды. Сарала Йылайыр районы башлығы Борис Мелкоедов, Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев, Мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова, билдәле актер, ырыу ҡоро башлығы Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе, "Артстудия"Проект" йәмғиәте директоры Гүзәл Яубаҫарова, ғалимдар Азат Ярмуллин, Фуат Сөләймәнов, Әхтәр Ғайсин, Илшат Бахшиев, төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарын берләштергән «Без башкортлар» хәрәкәте етәксеһе Радик Бахтиев, төрлө райондарҙан Түңгәүер ырыуы вәкилдәре ҡатнашты.Түңгәүер ырыуы йыйыны барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының саралар майҙаны эшләне. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы, «Аҡбуҙат» балалар журналы мәктәп уҡыусылары өсөн үҙ программалын тәҡдим итте, уҡтан атыу, таяҡ тартыу кеүек милли уйындар буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Сибай концерт-театр берекмәһе артистарының Сәрүәр Сурина сценарийы буйынса Сулпан Асҡарова ҡуйған «Минең ауылым тарихы» исемле театрлаштырған тамашаһынан һуң Түңгәүер ырыуы йыйынының пленар ултырышы үтте. Унда ғалимдар һәм райондарҙан килгән тыуған яҡты өйрәнеүселәр Түңгәүерҙәр тарихы, уларҙың үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында докладтар тәҡдим итте. Радик Бахтиев үҙ сығышында башҡорттарҙың төрлө диалектлы бик ҙур халыҡ икәнен билдәләне, бер-беребеҙҙе нисек һөйләшеүенә ҡарамай ситкә типмәҫкә, бергә булырға, берҙәм булырға өндәне. Йыйын һуңында Ырыу советы билдәләнде, уның рәйесе вазифаһы бер тауыштан йәнә Хөрмәтулла Үтәшевҡа ышанып тапшырылды. Сираттағы Ырыуҙар йыйыны Табын ырыуы ерендә — Учалы районында үтә.

Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында «Минең ауылым тарихы» халыҡ байрамы һәм Түңгәүер ырыуы йыйыны үтте.

Байрам сиктәрендә ауылға нигеҙ һалыусы Ҡашҡар Мамытовҡа стела һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыу, Ырыуҙаштар аллеяһын ултыртыу тантаналары булды. Сарала Йылайыр районы башлығы Борис Мелкоедов, Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев, Мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова, билдәле актер, ырыу ҡоро башлығы Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе, "Артстудия"Проект" йәмғиәте директоры Гүзәл Яубаҫарова, ғалимдар Азат Ярмуллин, Фуат Сөләймәнов, Әхтәр Ғайсин, Илшат Бахшиев, төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарын берләштергән «Без башкортлар» хәрәкәте етәксеһе Радик Бахтиев, төрлө райондарҙан Түңгәүер ырыуы вәкилдәре ҡатнашты.

Түңгәүер ырыуы йыйыны барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының саралар майҙаны эшләне. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы, «Аҡбуҙат» балалар журналы мәктәп уҡыусылары өсөн үҙ программалын тәҡдим итте, уҡтан атыу, таяҡ тартыу кеүек милли уйындар буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Сибай концерт-театр берекмәһе артистарының Сәрүәр Сурина сценарийы буйынса Сулпан Асҡарова ҡуйған «Минең ауылым тарихы» исемле театрлаштырған тамашаһынан һуң Түңгәүер ырыуы йыйынының пленар ултырышы үтте. Унда ғалимдар һәм райондарҙан килгән тыуған яҡты өйрәнеүселәр Түңгәүерҙәр тарихы, уларҙың үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында докладтар тәҡдим итте. Радик Бахтиев үҙ сығышында башҡорттарҙың төрлө диалектлы бик ҙур халыҡ икәнен билдәләне, бер-беребеҙҙе нисек һөйләшеүенә ҡарамай ситкә типмәҫкә, бергә булырға, берҙәм булырға өндәне. Йыйын һуңында Ырыу советы билдәләнде, уның рәйесе вазифаһы бер тауыштан йәнә Хөрмәтулла Үтәшевҡа ышанып тапшырылды. Сираттағы Ырыуҙар йыйыны Табын ырыуы ерендә — Учалы районында үтә.

Читайте нас: