Все новости
Новости
4 Июня 2021, 13:00

Пермь крайы Ҡуян мәктәбендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде

Пермь районы Ҡуян ауылында башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Пермь крайы йәмәғәтселеге менән осрашты. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Пермь районы Ҡуян ауылында башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Пермь крайы йәмәғәтселеге менән осрашты. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров, Р.Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ директоры урынбаҫары Фәнил Бүләков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов Пермь крайында эш сәфәрендә.
Кәңәшмәлә Пермь крайы Губернаторы хакимиәте, Мәғариф һәм фән министрлығы, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайҙары вәкилдәре, уҡытыусылар, урындағы үҙидара органдары белгестәре ҡатнашты. Һөйләшеүгә ата-әсәләр ҙә килде. Нәҡ улар менән эште мәктәп директоры төп йүнәлештәрҙең береһе тип атай. Сентябрҙән мәктәп яңы программа нигеҙендә эш башлай.
“Башҡорт мәҙәниәтен, башҡорт телен өйрәнеүҙә юл картаһы буйынса эшсе төркөм ойоштороласаҡ. Яңы уҡыу йылында милли мәҙәниәт буйынса модуль индерергә ниәтләйбеҙ - был тәрбиә эше буйынса программа, мәктәп эше уға нигеҙләнеп башҡарыла. Башланғыс осорҙа ата-әсәләргә аңлатыу эшенә ҙур иғтибар бүленәсәк”, - ти Ҡуян ауылы мәктәбе директоры Юлиә Ветрова.
Ҡуян мәктәбенә әсбаптар һәм эш дәфтәрҙәре тапшырылды, дәүләт символикаһы - Башҡортостан һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы флагтары бүләк ителде.
Читайте нас