Все новости
Новости
2 Июня 2021, 08:30

Бөрйәндәр айыҡ тормош һәм татыу ғаилә яҡлы

Район ҡатын-ҡыҙҙары Әбделмәмбәт (Ҡыпсаҡ) ауыл мәҙәниәт йортонда "Айыҡ байрамдан - сәләмәт тормошҡа" проекты сиктәрендә сағыу байрамға йыйылды.

Район ҡатын-ҡыҙҙары Әбделмәмбәт (Ҡыпсаҡ) ауыл мәҙәниәт йортонда "Айыҡ байрамдан - сәләмәт тормошҡа" проекты сиктәрендә сағыу байрамға йыйылды.

Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар Советы инициативаһы менән ойошторолған был сара Әбделмәмбәттәрҙең берҙәмлеген, Ҡыпсаҡ биләмәһендәге йәмәғәтселек ойошмаларының, иң беренсе нәүбәттә, ошо ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советының ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе башлығы менән берлектә эшләүе хайран итте. Ҡыпсаҡ ҡатын-ҡыҙҙар Советының хатта үҙенсәлекле эмблемаһы ла бар.Эмблеманың авторы – әүҙем йәмәғәтсе Гүзәл Боҫҡонова икән! Ҡыпсаҡтар "Үҙән" халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙҙары менән бергә ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп ҡаршы алдылар.

Матур сараның түрен Әбделмәмбәт ауылының 40-50 йыл бергә, татыу йәшәгән матур ғаиләләре биҙәне. Бына улар: Вәсилә һәм Рауил Яхиндар, Рәфис һәм Гөлсирә Дауытовтар, Миңнур һәм Хәҙис Сөләймәновтар, Миңзәлә һәм Мирсат Ҡарамышевтар, Рая һәм Рәжәп Ҡасимовтар. Улар үҙ тормоштарындағы ҡыҙыҡлы, матур мәлдәр, тәрбиә алымдары, бөгөнгө йәштәргә йәшәү серҙәре, тәжрибәләре менән ихлас күңелдән уртаҡлаштылар. Улар - ауылдың иң уңған, тырыш хеҙмәттәре, матур йәшәйештәре менән өлгө булған бынамын тигән ғаиләләре.

Был мәртәбәле сарала Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар советы Президиумы рәисе, район ветерандар Советы рәисе Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова, Ҡыпсаҡ биләмәһе башлығы Баязитов Фидан Иштуған улы ҡатнашты һәм, саҡырылған матур ғаиләләрҙе тәбрикләп, уларға йылы һүҙҙәрен әйтеп, бүләкләнеләр.

Читайте нас