Яҙ иртә килеү сәбәпле талпандар айырыуса әүҙемләште. Уларҙан нисек һаҡланырға? Ҡаҙалһа, бөжәкте нисек алырға һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Талпандың кешегә ҡаҙалыу осрағы башлыса май башынан июнь урталарына тиклем күҙәтелә. Был бөжәктең ҡурҡыныс сир - талпан энцефалитын таратыуы хаҡында оноторға ярамай.
Ауырыу үҙен шунда уҡ белдермәй. Сирҙе асыҡлағансы 7-14 көн үтеп китә. Артабан ул ҡапыл башлана: тән температураһы ныҡ ҡына күтәрелә, баш ауыртыуы, ҡоҫоу, бар тән ауыртыуы, аңды юғалтыу, йоҡлай алмау күҙәтелә. Шулай уҡ кеше ҡорошоп, паралич һуғыуы ихтимал. Ауырыуҙың тәүге билдәләрен талпан ҡаҙалған урындың ҡыҙарыу, яныу, ҡайһы саҡта ауыртыу, ҡысыныуҙан белеп була.
Әгәр һеҙгә талпан ҡаҙалһа, шунда уҡ сығарырға кәрәк. Тик уны ҡул менән алып ташларға ярамай, сөнки башы тороп ҡалыуы ихтимал. Талпанды пинцет йәки ептән төйөн эшләп ипләп кенә сығарығыҙ. Башы тороп ҡалған осраҡта, сүпте сығарған кеүек, энә менән алырға йәки табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Талпанды ҡуйы май менән һөртһәң, алыуы еңелерәк. Бөжәк ҡаҙалған урынды спирт, йод менән таҙартырға кәрәк. Шулай ҙа иң яҡшыһы - яҡындағы дауаханаға мөрәжәғәт итеү.
Талпан энцефалитына ҡаршы иммуноглобулинды бөжәк ҡаҙалғандан һуң тәүге 72 сәғәттә һалыу мөһим. Врач күрһәтмәһе буйынса иммуноглобулин балаларға бушлай һалына, ә өлкәндәргә вирус эләктереүгә ыңғай анализ булғанда ғына түләүһеҙ.
Талпандан һаҡланыу өсөн урманға барғанда тәнгә һылашып торған ябыҡ өҫ кейеме, башлыҡ кейегеҙ йәки яулыҡ ябынығыҙ, салбар балағын итеккә, ботинкаға ҡыҫтырығыҙ. Кейемде махсус препарат менән эшкәртегеҙ. Даими рәүештә юлдаштарығыҙ менән бер-берегеҙҙең өҫ-башын ҡарағыҙ. Ергә ултырырға, ятырға тырышмағыҙ, ял итеү өсөн ҡыуаҡлыҡтарҙан йыраҡ ҡояшлы урын һайлағыҙ.
Бөжәктең инфекция йөрөтөү-йөрөтмәүен асыҡлар өсөн түбәндәге адрестар буйынса лабораторияларға мөрәжәғәт итегеҙ:
Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7, иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем (телефоны: 8 (347) 287-85-23; 287-85-24; 8-927-236-0725. Материал иртәнге 11-гә тиклем килтерелһә, тикшереү һөҙөмтәһе шул көндө үк, ә 11-ҙән һуң килтерелһә, иртәгәһенә бирелә.
Лабораториялар шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Бөрө, Нефтекама, Туймазы ҡалаларында эшләй. Уларҙың графигы менән ошо һылтанма аша үтеп танышырға мөмкин.