Все новости
Новости
11 Мая 2021, 17:04

Силәбенең Сыбаркүл районында «Ҡарғатуй» байрамы үтте

Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районында «Ҡарға туй» байрамы уҙҙы, тип хәбәр итә Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе Ҡамса Мортазин.

Апрель аҙағында Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районы Ҡаратан урта мәктәбендә яҙ күрке – «Ҡарға туй» байрамы уҙҙы, тип хәбәр итте «Ватандаш»ҡа Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе Ҡамса Мортазин.
Ҡаратан мәктәбендә этник мәҙәниәтте үҫтереү буйынса эштәр көйлө. Бында халыҡ байрамдарын ойоштороу матур йолаға әйләнгән. Рухи һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләрен сағылдырған тәрбиәүи байрамдың уҙыуы ла - быға асыҡ миҫал. Сарала район мәғариф инспекторы Ксения Карпова, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе Ҡамса Мортазин, район ҡоролтайы рәйесе Дамир Шарапов, Силәбе ҡала мәктәп уҡытыусылары Зимфера Шафранская менән Эльвина Биктимерова ҡатнашты.
Байрам алдынан ҡунаҡтар «Ҡаҙыбай ауылының үткәне һәм бөгөнгөһө», «Ҡаратан урта мәктәбе» тигән уҡыусыларҙың проекттары менән танышты. Унда һүҙ ауылдарҙың тарихы һәм мәктәп тормошо тураһында барҙы. Мәктәп директоры Мәғәфүр Йомашев ҡунаҡтарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Сөләймәнова, музыка уҡытыусыһы Айнур Әхмәҙиев һәм мәктәптең педагогик коллективы ауылдаштарға йола байрамын сәхнәләштерҙе.
«Мәктәп алды – тамаша. Күктә - сағыу Ҡояш, тирәктәрҙә – ҡара ҡарғалар. «Аҡ тирәк, күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?» - тигән шат ауыздар яңғыраны. Уйындар, таҡмазалар, күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр, ҡурай-ҡубыҙ моңдары – былар бөтәһе-бөтәһе бергә Ерҙәге гүзәл тормош тантанаһын хасил итте. Ауыл халҡы, балалар һәм ҡунаҡтар барыһы бергә Ер-Әсәгә баш эйҙеләр. Меңәр саҡрым юлдар үтеп ҡайтҡан ҡоштарҙы тәмле бутҡа менән һыйланылар. Иңгә-иң терәшеп таһыллыҡта, мәргәнлектә ярышып сәпкә уҡ аттылар. «Ямғыр, ямғыр яу, яу!», - тигән изге теләктәр зәңгәр күккә ашты», - тип бүлеште байрам тәьҫораттары менән Ҡамса Мортазин.
Читайте нас