-8 °С
Снег
Антитеррор
ВК
Дзен
Телеграм
Одноклассники
Все новости
Новости
26 Апреля 2021, 16:55
Башҡорт теленән диктантты Үзбәкстанда ла яҙҙылар
24 апрелдә Үзбәкстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — 2021» акцияһына әүҙем ҡушылды.
24 апрелдә Үзбәкстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — 2021» акцияһына әүҙем ҡушылды. Күбеһе башдиктант сайтында теркәү үтеп, өйҙәрендә яҙҙы. Ә.-З.Вәлиди исемендәге башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең рәйесе Гүләев Ринат Әмир улы һәм рәйес урынбаҫары Ҡарипова Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы офиста яҙғандар. Башҡорт милли-мәҙәни үҙәктең шәмбе көндө яҙырға мөмкинселектәре булмаған ағзалары 25 апрелдә офисҡа килеп яҙғандар. Уларға башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн һәм иркен аралашҡандар өсөн булған варианттарын Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы уҡыған. Бөтә яҙған диктанттарҙы Ринат Әмир улына тапшырғандар. Ул сканер аша үткәреп, сайтҡа һалған. Ял көндәрендә лә яҙып өлгөрмәгәндәр бөгөн яҙасаҡтар.
Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында
https://bashdiktant.ru/
сайтында баҫтырылып сығасаҡ.
#БашДиктант2021
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"