Все новости
Новости
25 Апреля 2021, 20:57

Билдәле композитор Рим Хәсәновҡа «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы тапшырылды

Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған композитор Рим Хәсәновтың ижадына махсус бағышланған «Башҡорт йыры» тамашаһы үтте.

Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған композитор Рим Хәсәновтың ижадына махсус бағышланған «Башҡорт йыры» тамашаһы үтте. Сәхнәлә данлыҡлы замандашыбыҙ башҡорт йәмәғәтселегенең иң юғары наградаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.
Был хаҡта Ҡоролтайҙың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге шәхси төркөмөндә хәбәр ителә. Награданы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова тапшырҙы.
«Был бүләк "Халҡыңа нур сәс" тип атала. Бик юғары баһа! Ҙур рәхмәт!», - тине маэстро.
Рим Мәхмүт улы Хәсәнов – 400-ҙән ашыу йыр, романс һәм баллада авторы. Уның ижад емештәре бихисап һәләтле башҡарыусыларҙы данлыҡлы иткән, улар татар, инглиз, немец һәм башҡа күп телдәрҙә лә яңғырай. «Өфө йүкәләре», «Мәңгелек мөхәббәт», «Юҡҡа түгелдер» һәм башҡа композициялар башҡорт эстрадаһының классикаһына әйләнгән һәм милләтебеҙҙең мәҙәни тарихында үҙ урынын тапҡан.
Рим Мәхмүт улына артабан да Республика халҡының рухи зауыҡтарын ҡәнәғәтләндереп, башҡорт йырының мәртәбәһен күтәреп эшләүен теләйбеҙ, тип яҙылған төркөмдәге поста.
«Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.
Читайте нас