Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә хәбәр ителә.
Туймазы районында үткән Ыҡ буйы ырыуҙары йыйыны барышында Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге асылды. БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы Туймазы ҡалаһының «Родина» мәҙәниәт һарайында урынлашҡан. Үҙәкте асыу тантанаһында мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Гөлназ Мирхәйҙәрова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Туймазы районы башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин ҡатнашты.
Филиалдың баш белгесе – Альберт Исмаил. Ул башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында ижад иткән рок-башҡарыусы, «Без башkортлар» хәрәкәте активисы булараҡ билдәле. Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең эш йүнәлештәренең береһе – Ыҡ йылғаһы буйы башҡорттары тарихын өйрәнеү.
Белешмә. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто структураһында 26 тарихи-мәҙәни үҙәк бар, уларҙың етеһе Рәсәй төбәктәрендә эшмәкәрлек алып бара. Был үҙәктәр мәҙәни традицияларҙы һаҡлау, халыҡтарҙың милли үҙаңын тергеҙеү маҡсатында булдырылған.