Новости
23 Апреля 2021, 16:48

Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст асылды

Шулай уҡ «Шаймуратовцы – воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии» исемле китаптың исем туйы үтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Туймазы ҡалаһында Ырыуҙар йыйыны үтте. Ҡаланың 1-се гимназияһы алдында Рәсәй Федерацияһы Геройы, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст асылды.
Тантанала БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Туймазы районы башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин һәм башҡалар ҡатнашты.
Ҡунаҡтар шулай уҡ мәктәптә ойошторолған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы менән танышты. Ошонда уҡ «Шаймуратовцы – воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии» исемле китаптың исем туйы үтте. Уның барышында йыйынтыҡты әҙерләп баҫтырыуҙа ярҙам күрһәткән Шайморатовсылар вариҫтарына һәм ирекмәндәргә рәхмәт хаттары тапшырылды, китап бүләк ителде.
Читайте нас