18 мартта Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһының Этник медиа үҙәгендә милли китапхана менән "Аҡ ҡауырһын" әҙәби берекмәһе берҙәм рухиәтте ҙурлауға арналған күркәм байрам уҙғарҙы.
Тәүҙә киңәйтелгән халыҡ йыйыны ойошторолдо. Киләсәктә берҙәм эшләү, аныҡ бурыстар һәм маҡсаттар билдәләү, туған телде өйрәнеү, әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте үҫтереү тураһында етди һөйләшеү үтте. Унда йәмәғәтселәр Рәмил Утарбаев, Руслан Утарбаев, йәштәр лидеры Әнүр Суфьянов, "Аҡ ҡауырһын" әҙәби берекмә ағзалары, "Хазина" фольклор төркөмө, китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм уның етәксеһе Резида Ғайсина, китап һөйөүселәр ҡатнашты.
Сараның икенсе өлөшө байрам төҫөн алды - "Аҡ ҡауырһын" әҙәби берекмәһе ағзалары Шамил Әхмәтшин менән Йәмилә Хисмәтова үҙҙәренең яңы китаптарын туйланы. Шамил Әхмәтшин өсөнсө шиғри китабын ҡулына алһа, башлап яҙыусы Йәмилә Хисмәтова яҡташтарына тәүге китабын бүләк итте. Был кисәлә күңелдәрҙе елкендерер ихлас шиғырҙар, яҙғы ташҡындай урғылып торған дәртле йырҙар яңғыраны. Ҡәҙриә Исхакова етәкләгән "Сөйөмбикә" фольклор төркөмөнөң сығышы барыһына ла хуш килде. Асия Ғайсина башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып байрамды биҙәне. Яҡташтар йәш авторҙарға ихлас ҡотлауҙар яуҙырҙы.
Яңы китаптар, өр-яңы йырҙар яҡты яҙҙарға йәм өҫтәне. Магнитогорск ҡалаһының илһамлы рухи шишмәһе күңелдәрҙе ҡандырҙы.