Все новости
Новости
16 Апреля 2021, 14:04

Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә йәшәүселәрҙе башҡорт бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәренә саҡыралар

Был хаҡта Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә” төркөмөндә хәбәр ителә.

Был хаҡта Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә” төркөмөндә хәбәр ителә.
“Башҡорт халыҡ бейеүҙәрендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған һығылмалылыҡ, нәзәкәтлелек бар. Башҡорт бейеүҙәре беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙә махсус урын биләп тора. Бейеү аша кеше күңеле менән ял итә, үҙенә дәрт ала. Дәрт булһын ғына, бейергә өйрәнергә була!” – тип яҙылған унда.
Оҫталыҡ дәрестәрен Учалы ҡыҙы Айзирә Шәйхитдинова алып бара.
Адресы: “Дар” мәҙәни үҙәге, Ленин биҫтәһе, 9 (ст. М. Автозаводская)
Ваҡыты: 17 апрель, 14.00
Рәхим итегеҙ!
Инеү бушлай! https://kurultay-msk.timepad.ru/event/1615462/ һылтанмаһы аша теркәлергә кәрәк.
Читайте нас