

Билдәле шағирә, тиҫтәгә яҡын китап авторы, драматург Лилия Һаҡмар (Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Ҡәйепова) бөгөн “Ватандаш” журналы редакцияһында булды.
Ул бында яратҡан журналының яңы һандарын алырға килгән.


- 2021 йылдың 1-се һанында тәүге тапҡыр бер шәлкем шиғырым баҫылды, мин быға бик ризамын! - тине Лилиә Зәйнулла ҡыҙы. - Ғөмүмән, минең фекеремсә, “Ватандаш” бөгөн нәщер ителеүсе баҫмалар араһында иң ҡыҙыҡлы, иң заманса, иң фекерле, иң эстәлекле журнал! Мин уны бер тында, бик яратып уҡыйым. Башҡаларҙы ла “Ватандаш”ҡа мотлаҡ яҙылырға саҡырам! Сөнки ул - халыҡ журналы, сөнки ул - беҙҙең журнал!