10-11 апрелдә Ноябрьск ҡалаһында (Ямал-Ненец автономиялы округы) асыҡ Бөтә Рәсәй һуғыш сәнғәте фестивале уҙҙы. Ноябрьск башҡорттары ҡоролтайы саҡырыуы һәм ярҙамы менән унда Өфөнән Юнир Бикбаев менән Хәлил Аҡьюлов ҡатнашты. Уларға йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ирек Мәҡсүтов менән эшҡыуар Руслан Яманғолов ярҙам күрһәтте.
Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә яҙылған.
Башҡортостан һуғышсылары һөҙөмтәле сығыш яһаны - чемпион билбауы Юнир Бикбаевта. Хәлил Аҡьюлов та көсөргәнешле алышта дәғүәсеһен техник нокаут менән еңеп сыҡты.