«БашРТС»та мартта йылылыҡ өсөн түләүҙең һиҙелерлек кәмеүен белдерҙеләр
Компания мәғлүмәттәре буйынса, хеҙмәттең хаҡы 7% төшкән. «Март февралгә ҡарағанда йылыраҡ булды. «Факт буйынса» түләгән саҡта тыштағы температура – йылылыҡ өсөн иҫәпләүҙәр дәүмәленә йоғонто яһаған төп фактор.
Шул уҡ ваҡытта быйыл ҡыш һәм яҙҙың тәүге айы уҙған йылға ҡарағанда һыуығыраҡ булды», — тип белдерҙеләр ойошманың матбуғат хеҙмәтендә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «БашРТС» 15 апрелгә тиклем 2020 йылдың декабре өсөн түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләүгә ғаризалар ҡабул итә.