Үткән йыл аҙағында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә башҡорт телен, мәҙәниәтен, башҡорт халҡының тарихын, замансалығын масс-медиа һәм социаль селтәрҙәрҙә популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс иғлан иткәйне. Уның маҡсаты – киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһында контентты арттырыу, башҡорт теленә һәм халҡына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Конкурс быйылғы йылдың майына тиклем бара, еңеүселәр ай һайын билдәләнә. Жюри ағзалары 5 еңеүсене һайлай, улар 10 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә.
Март айының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы «Шайморатовсылар - легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» биографик белешмәнең исем туйы менән берлектә үтте. Киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә йүнәлтелгән грант конкурсының өсөнсө этабында 5 проект иң яҡшыһы тип табылды. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды директоры Гөлназ Йосопова блогерҙарға һәм журналистарға 10 мең һумға сертификаттар тапшырҙы.
Гүзәл Ситдиҡова — «Юлдаш» каналы алып барыусыһы, «Махсус репортаж» проекты авторы;
Айгөл Шәйәхмәтова — @aigul.bashbrosh блогы авторы, «Башҡортостан тураһында биҙәүестәр» проекты; үҙе эшләгән биҙәүестәрҙә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтен сағылдыра;
Миләүшә Торсонбаева — «Инстабәпәй» https://www.instagram.com/insta_bepei/ авторы, был сәхифәлә сабыйҙар әкиәт, шиғыр, уйындар аша башҡорт телен өйрәнә, аккаунт ата-әсәләргә балаларҙы ҡыҙыҡтырыу, туған телгә һөйөү уятыуҙа ярҙам итә;
Гөлнара Хәлфетдинова — «Гөлнара Хәлфетдинова. Шиғырҙар» https://vk.com/club43551296 сәхифәһе, «Бәйләнештә» социаль селтәренә үҙенең әҫәрҙәрен һала, башҡорт телендә әңгәмәләр үткәрә;
Шәһит Хамматов — «Ил ағаһы Мортаза» https://vk.com/club.murtazarahimov сәхифәһе, «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге ике сәхифәлә замандаштар өсөн көнүҙәк проблемалар күтәрә, фекерҙәре менән уртаҡлаша.
Фотолар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан алынды.