Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына Граждандар йәмғиәтен үҫтереү Фонды ярҙамы менән үткәрелгән «Туған тел — изге аманат» проекты сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм уның эргәһендәге Республика ата-әсәләр комиссияһы 1 апрелдә 19.00(мск) Мәскәү һәм Санк-Петербург ҡалаларында йәшәүсе башҡорт ата-әсәләре менән онлайн форматта осрашыу үткәрә.
Көн тәртибендә:
1. Республикала туған телде уҡыу торошо (Хәбирова М.Ф.);
2. Республика ата-әсәләр комиссияһы эшмәкәрлеге тураһында;
3. Мәскәү ҡалаһында башҡорт телен өйрәнеү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу;
4. Санкт Петербург ҡалаһында башҡорт телен уҡытыу мөмкинселектәре;
5. Ата-әсәләр менән фекер алышыу.
Ҡатнашырға теләүселәр 89871300741 телефонына мөрәжәғәт итә ала.