Все новости
Новости
31 Марта 2021, 17:40

Учалыла “Әкиәт иле” проектының еңеүселәре билдәләнде

Проекттың был төбәктә тормошҡа ашырылыуы осраҡлы түгел, тап Иманғол ауылында "Урал батыр" әкиәтенең проза варианты яҙып алынған.

2020 йылда Учалы районының Советтар Союзы геройы Жәүҙәт Сөнәғәтуллин исемен йөрөткән Иманғол мәктәбе Башҡортостан Башлығы грантын яулай һәм быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған, юғалыу өҫтөндә булған әкиәттәрҙе эҙләп табыу, халыҡҡа еткереү, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын байытыуға йүнәлтелгән “Әкиәт иле” проектын тормошҡа ашыра. Проекттың был төбәктә тормошҡа ашырылыуы осраҡлы түгел, тап Иманғол ауылында "Урал батыр" әкиәтенең проза варианты яҙып алынған.
Конкурсҡа төрлө райондарҙан 55 әкиәт тексы, 10 видеяҙма ҡабул ителгән. Жюри рәйесе - Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фолькор бүлеге мөдире Гөлнур Хөсәйенова, ул проектты алып барыуҙа ла ярҙам күрһәткән.
“Рухлы уҡытыусыларыбыҙ һәм уҡыусыларыбыҙ ярҙамында проектыбыҙ тормошҡа ашты. Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан 55 эш килде. Бөрйән, Салауат, Дәүләкән, Хәйбулла, Әлшәй райондары айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Ошо эштәр "Әкиәт иле" китабына тупланды. Был әкиәттәр йыйынтығы бер ҡасан да ташҡа баҫылмаған, Башҡорт халыҡ ижады томлыҡтарына инмәгән әҫәрҙәрҙән тора. Халҡыбыҙҙың аҫыл хазиналары улар”, - ти проект авторы, билдәле шағир Фәнил Бүләков. Икенсе турға 15 әкиәт үтә, финалда иң-иң тип табылған 7 халыҡ ижады ынйыһы Бөрйән, Салауат, Белорет, Учалы райондары уҡыусылары тарафынан ҙур сәхнәлә күрһәтелә.
Абруйлы баһалама комиссияһы Учалы районы Иманғол мәктәбенең Х класс уҡыусыһы Альбина Ғәлиеваны еңеүсе тип таный. Ул төп приз – ноутбук менән бүләкләнә. Альбина “Ағас эсендәге ҡыҙ” тигән әкиәтте ауылдаштары, хеҙмәт ветерандары Әғләм Әғзәм улы (1932) менән Ләлә Имам ҡыҙы Янбаевтарҙан (1937) яҙып алған.
Фотолар Фәнил Бүләковтың шәхси сәхифәһенән алынды.
Читайте нас