Үткән ялдарҙа Өфө районында «Ата-әсәләр менән Берҙәм дәүләт имтиханы» акцияһы уҙҙы. Районға ҡараған барлыҡ ауыл советтарынан йыйылған ата-әсәләр Авдон ауылы мәктәбендә рус теленән имтихан һынауы тотто. Акция ата-әсәләргә сығарылыш уҡыусылары урынында булып ҡарау өсөн булдырылған.
Әлеге быуын ата-әсәләр берҙәм дәүләт имтиханын биреү осорона эләкмәгән, шуға ла уларҙың күпселеге, балаларға нимә аша үтергә тура килә икән, тигән ябай ҡыҙыҡһыныу менән килгән. Улар өсөн иң мөһиме имтихан барған шарттарҙы ҡарау, психологик климатты барлау, балаларҙы нимәгә әҙерләргә икәнен белеү. Мин иһә тағы бер маҡсат ҡуйғайным: әгәр беҙҙең заманда БДИ булһа, был һынауҙы мин үтә алыр инемме?
Тәүҙә ата-әсәләрҙе спорт залында йыйып беренсел инструктаж үткәрҙеләр. Һуңынан алдан әҙерләнгән исемлек буйынса һәр имтихан биреүсенең ниндәй класҡа тәғәйенләнеүен, уҡытыусыларҙан кем булыуын ҡысҡырып уҡынылар. Ата-әсәләр исемдәрен ишетеү менән алдан билдәләнгән төркөмгә баҫа барҙы. Шәхси кейемдәрҙе, сумка, телефондарҙы алырға ҡушылманы, паспорт менән гель ручкаһын ғына алырға рөхсәт иттеләр. Ошо мәлдә ата-әсәләр барыһының да етди булыуын, шаярып ҡына имтихан бирмәүен төшөндө, ахыры. Уларҙың йөҙөндә еңелсә тулҡынланыу һиҙелә башланы!
Бынан һуң тикшереүгә сират етте. Һәр беребеҙҙе сиратлап металл эҙләү ҡорамалы менән тикшереп сыҡтылар. Тимере булған әйберҙәрҙе, әйтәйек, ҡайыш, алҡа, бүтән биҙәүестәрҙе сисеүҙе һорайбыҙ, шуға балалар быға әҙер булырға тейеш тип бер ыңғайы аңлатыу эштәре лә барҙы. Ғөмүмән, эшләгән һәр аҙым буйынса аңлатыуҙар, һорауҙарға яуаптар алды ата-әсәләр.
Билдәләнгән кабинетҡа еткәс, инер алдынан тағы исемлек буйынса тикшереү үтергә кәрәк ине, паспортты күрһәтеп, һәр беребеҙ үҙенең шәхесен раҫланы.
Исемлектә фамилия янында партаның номеры яҙылған. Шуға ҡарап тәғәйен урындар биләнде. Кабинетта 2 камера тора. Уларҙы апрелдә генә ҡабыҙалар, тип аңлаттылар. Класта тағы инструктаж үткәрелде. Нимә ярағанын, нимә ярамағанын аңлаттылар. Камера күҙәтеүе аҫтында һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә, матур итеп инша яҙырға мөмкинме һуң, тигән борсолоуҙар яңғыраны, етмәһә йомошҡа сыҡҡан ваҡыттың яҙылып барыуы менән ата-әсәләр риза түгеллеген белдерҙе.
Артабан имтиханға күпме ваҡыт бүленеүен, ҡулда ниндәй ҡағыҙҙар булырға тейешлеген, уларҙы дөрөҫ тултырыу буйынса аңлатма бирелде. Тейешле ваҡыты еткәс, имтихан һорауҙары яҙылған диск алып килделәр. Уны беҙҙең алда асып, принтер аша һорауҙарын сығартып алдылар. Һәр аҙымды аңлатып яҙылған инструкцияға ҡарап ниндәй һорауға яуапты ҡайҙа яҙырға икәне күрһәтелгән. Барыһы ла аңлайышлы. Шунан һуң да һорауҙар тыуа икән, уҡытыусынан һорарға була.
Ҡулға имтихан һорауҙарын алғас, ата-әсәләр тыныслана төштө. Башта беҙҙән ни талап итәләр икән, тип аптырашта ултырған кеүек булһалар ҙа, торараҡ имтихан булғас, еренә еткерәйек типме, дәррәү эшкә тотондолар. Кабинетта тынлыҡ урынлашты. Имтихан һорауҙары ата-әсәйҙәр өсөн ҡыҫҡартылған вариантта. Улар 3 һорауҙан ғибәрәт. Тексты уҡып сығып, тәүге 2 һорауға яуап бирергә кәрәк. Һуңынан тексҡа бәйле проблемаға ярашлы 150 һүҙҙән дә кәм булмаған инша яҙыу зарур. Сығарылыш уҡыусылары өсөн рус теленә 3 сәғәт 30 минут бирелә, ата-әсәләргә иһә 2 сәғәт ваҡыт бирелде.
Мин иһә тырышып мәктәп программаһын иҫемә төшөрөргә тырыштым, фразеологик берәмектәрҙе табып, бирелгән һөйләмдәрҙең тексҡа тура килеү-килмәүен иҫбатланым. Шуға иғтибар итергә кәрәк: тәүҙә имтихан һорауҙарын бик иғтибарлы уҡырға, айышына төшөнөргә кәрәк, ни өсөн тигәндә тәү ҡарашҡа бер нәмә һорала кеүек, ентекләп уҡыһаң, һорау икенсе нәмәлә икәнлеге асыҡлана. Ошоға айырыуса иғтибар итергә кәрәк!
Имтихандан ата-әсәләр тыныс күңел менән сыҡты. Һөҙөмтәләр билдәле булмаһа ла, улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған һорауҙарға яуап алды. Һәм барыһы ла ошондай һығымтаға килде: БДИ бөтөнләй ҡурҡыныс түгел, ә бары тик етди һынау. Уны уңышлы тапшырыу өсөн төплө белемле булыу кәрәк, ә бының өсөн бары тик тырышып уҡыу зарур. Ә эске тулҡынланыу ул һәр имтихан алдынан да була, уны еңел үткәреп ебәреү өсөн ни бары белемле булыуың кәрәк! Белгәндең беләге тыныс, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән бит. Был хәҡиҡәтте һәр ата-әсә үҙ елкәһендә татыны.
Фотолар "Уфимские нивы" гәзитенең сайтынан алынды.