Все новости
Новости
30 Марта 2021, 11:40

Мәскәү өлкәһенең Клин ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы

Ул VI Художестволы халыҡ кәсептәре фестивалы уңайынан ойошторолдо. Был турала «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» сайтында хәбәр ителә.

Ул VI Художестволы халыҡ кәсептәре фестивалы уңайынан ойошторолдо. Был турала «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» сайтында хәбәр ителә.
Быға тиклем фестиваль сиктәрендә сыуаш, татар һәм башҡа милләт вәкилдәре Клин ҡалаһы халҡын үҙ мәҙәниәте менән таныштырһа, быйыл башҡорттар сығыш яһаны. Клинлылар башҡорт милли кейемдәре, боронғо көнкүреш әйберҙәре, йыр-бейеүҙәре менән танышты һәм милли аш-һыуҙан ауыҙ итте.
Клин ҡалаһы Башлығы Алёна Сокольская сарала Башҡортостан халҡының ҡатнашыуына шат булыуын һәм артабанғы хеҙмәттәшлеккә өмөт итеүен билдәләне:
– Башҡортостан вәкилдәрен Клин ҡалаһында сәләмләүебеҙгә шатмын. Беҙҙең хеҙмәттәшлек киләсәктә лә дауам итер, тип ышанам. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа һәм Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Андрей Фёдоровҡа сараны ойоштороуҙа булышлыҡ итеүҙәре өсөн рәхмәт еткерәм, – тине ул.
Башҡортостандан фестивалдә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов менән БР-ҙың атҡаҙанған артисы Заһир Зәйнетдинов ҡатнашты. Байрам концертында шулай уҡ Мәскәүҙән “Сәсән” ижад берекмәһе, “Аҡ тирмә” фольклор ансамбле, “Алтын Ай” башҡорт бейеүҙәре һәм “Хазина” йыр-бейеү ансамблдәре сығыш яһаны.
Читайте нас: