Все новости
Новости
23 Марта 2021, 10:41

Республикала тәүге тапҡыр ирҙәр форумы уҙасаҡ

Форумда «Ил терәге» исемле йәмәғәт наградаһын тапшырыу ҙа ҡаралған.

2021 йылдың 16 апрелендә «Торатау» конгресс-холында I Башҡортостан ирҙәре форумы уҙа. Сарала йәмәғәтселәр, активистар, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр һәм республиканың төрлө район-ҡалаларынан инициативалы ир-егеттәр ҡатнашасаҡ.
Сараның төп маҡсаты Ирҙәр ҡороноң эшмәкәрлеген ҡеүәтләндереү, ойошманың үҫеш векторын билдәләү һәм төрлө проекттарға етәкселәр тәғәйенләү. Форумда шулай уҡ әүҙем, өлгөлө һәм лайыҡлы ир-егеттәргә «Ил терәге» исемле йәмәғәт наградаһын тапшырыу ҡаралған. Был награда ир-егеттәрҙең, айырыуса атай кешеләрҙең йәмғиәттәге социаль статусын күтәрер тигән иҫәп менән булдырылған. Башҡортостандың муниципаль берәмектәрендә ирҙәр ҡороноң эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемләштерергә һәм бар яҡтан хуплап, ярҙам итергә йүнәлтелгән сарала көтөп ҡалабыҙ, тип билдәләй сараның ойоштороусылары.
«Башҡортостанда быға оҡшаш сара тәүге тапҡыр уҙа. Ойоштороусылар алдында әүҙем һәм егәрле ир-егеттәрҙе берләштереү буйынса бик яуаплы эш тора. Урал аръяғы райондарында ирҙәр ҡоро кеүек ойошмалар бар һәм төрлө кимәлдә эшләп килә, беҙгә көстәребеҙҙе берләштереп бер юҫыҡта эшләү мөһим. Булған фекерҙәрҙе һәм башланғыстарҙы бер системаға һалырға кәрәк. Республикалағы социаль-иҡтисади мөхитте яҡшыртыр өсөн аныҡ маҡсаттар һәм бурыстар билдәләү – форумдың төп йүнәлештәренең береһе. Беҙҙең ойошма тарафынан бер нисә йүнәлеш билдәләнде: сәләмәт һәм айныҡ тормош принциптарын пропагандалау, йәмғиәттә атай кешенең мәртәбәһен арттырыу, райондағы ирҙәр ҡоро менән бергә эшләү алымдарын яйға һалыу. Ошо һәм башҡа йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда I Ирҙәр форумын йыябыҙ», – тип үҙ фекерен белдерҙе Башҡортостан Ирҙәр ҡоро рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Форумға теркәлеү рәсми төркөмдә бара: https://vk.com/sovet_mujchin_rb
Форумдың төп ойоштороусыһы – Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро. Форум Республика Башлығы Администрацияһы ярҙамы менән ойошторола.
Читайте нас