

«Проза һәм драматургия». Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төрөкмәнстан, Төркиә, Әзербайжан, Башҡортостан, Татарстан. Сыуашстан яҙыусыларын берләштереүсе журнал шулай атала. Ҡаҙағстан нәшриәттәренең береһендә уның 3-сө һаны донъя күрҙе.
Ижади проекттың авторҙарының береһе – билдәле әҙип Флүр Ғәлимов хәбәр итеүенсә, Башҡортостан һәм Татарстан Яҙыусылар союздары рөйестәре Зәки Әлибаев, Данил Сәлихов, Ҡаҙағстан Республикаһының атҡаҙанған эшмәкәре, «Рәсәйҙең алтын ҡауырыйы» халыҡ-ара әҙәби премияһы лауреаты Жолтай Жумат-Алмашулы менән кәңәшләшеп, «Төрки телле яҙыусылар дуҫлығы» тип аталған халыҡ-ара ойошма булдырырға ҡарар итте.
Бөгөн баҫманың сираттағы һаны донъя күрҙе. Яңы ойошманың үҙ фонды, нәшриәте, абруйлы әҙәби премияһы булырға тейеш. Һәм был мәсьәләләр яйлап хәл ителә башланы ла инде. Киләсәктә дөйөм төрки журналы барлыҡ донъя кимәлендә танылыу табыр тип өмөтләнергә ҡала. Баҫманың маҡсаты изге – ҡәрҙәш халыҡтар араһында әҙәби-мәҙәни бәйләнештәр булдырыу. Әйткәндәй, Жолтай Жумат-Алмашулының «Интерадам» романы былтырғы октябрь айынан алып «Ватандаш» журналында баҫыла килә.