Новости
6 Марта 2021, 06:30

Йыйын йыйҙы юрмыйҙар

5 март көнө Баҡалы район мәҙәниәт йортонда төньяҡ-көнбайыш башҡорттарға ҡараусы юрмый ырыуы вәкилдәре йыйын йыйҙы.

5 март көнө Баҡалы район мәҙәниәт йортонда төньяҡ-көнбайыш башҡорттарға ҡараусы юрмый ырыуы вәкилдәре йыйын йыйҙы. Оло ҡорға райондан ете тиҫтәнәнән ашыу делегат, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре, хөрмәтле ҡунаҡтар йыйылды.

Билдәле тарихсы ғалимдар – Искәндәр Сәйетбатталов, Нурислам Ҡалмантаев, тыуған яҡты өйрәнеүселәр сығыш яһаны. Ырыу советы, уның ағзалары һәм рәйесе һайланды. Ырыу ҡорон хәҙер Мостафа ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Насырова етәкләйәсәк. Ырыуҙың гербы раҫланды. Йола буйынса, ырыуҙар хәрәкәте штандарты сираттағы йыйынды үткәрәсәк ғәйнә башҡорттарына тапшырылды.

Аҙаҡтан сарала ҡатнашыусылар ҡарар иғлан итте. Билдәле башҡорт яҙыусыһы Нәжип Асанбаевтың исемен мәңгеләштереү; башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына иғтибарҙы арттырыу; 112-се Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иткән Юрмый ырыуы вәкилдәренең исемдәрен тергеҙеү, ырыу йәштәрен төрлө республика һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыуҙарына булышлыҡ итеү һәм башҡа тәҡдимдәр индерелде.Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары менән осрашыуға «Тамыр» телеканалы һәм «Аҡбуҙат» балалар журналы коллективы килде. Мостафа ауылында балалар менән осрашып төрлө уйындар ойошторҙо, «Нурбостан» һәм «Шумер» йәнһүрәттәрен күрһәтте. Баҡалы районына сәфәргә «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин дә сыҡты. Ул уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

Читайте нас