5 март көнө Баҡалы район мәҙәниәт йортонда төньяҡ-көнбайыш башҡорттарға ҡараусы юрмый ырыуы вәкилдәре йыйын йыйҙы. Оло ҡорға райондан ете тиҫтәнәнән ашыу делегат, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре, хөрмәтле ҡунаҡтар йыйылды.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Баҡалы районы хакимиәте башлығы Александр Андреев һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов тәбрикләне. Билдәле тарихсы ғалимдар – Искәндәр Сәйетбатталов, Нурислам Ҡалмантаев, Өфө дәүләт нефть-техник университеты президенты, техник фәндәр докторы профессор Айрат Шаммазов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе Радик Бәхтиев һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр сығыш яһаны. Ырыу советы, уның ағзалары һәм рәйесе һайланды. Ырыу ҡорон хәҙер Мостафа ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Насырова етәкләйәсәк.
Ырыуҙың гербы раҫланды. Йола буйынса, ырыуҙар хәрәкәте штандарты сираттағы йыйынды үткәрәсәк аҫабаларға - ғәйнә башҡорттарына тапшырылды. Аҙаҡтан сарала ҡатнашыусылар ҡарар ҡабул итте. Билдәле башҡорт яҙыусыһы Нәжип Асанбаевтың исемен мәңгеләштереү; башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына иғтибарҙы арттырыу; 112-се Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иткән юрмый ырыуы вәкилдәренең исемдәрен тергеҙеү, ырыу йәштәрен төрлө республика һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыуҙарына булышлыҡ итеү һәм башҡа тәҡдимдәр индерелде.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары менән осрашыуға «Тамыр» телеканалы һәм «Аҡбуҙат» балалар журналы коллективы килде. Мостафа ауылында балалар менән осрашып төрлө уйындар ойошторҙо, «Нурбостан» һәм «Шумер» йәнһүрәттәрен күрһәтте. Баҡалы районында йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән осрашыуға «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин дә килде. Ул теләүселәргә уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһтте. Юрмый ырыуы өсөн генә түгел, ә бәлки тотош башҡорт халҡы тарихында ла йыйын, әлбиттә, оло әһәмиәткә эйә. Йыйын аҙағында урындағы һәүәҫкәр артистар көсө менән бик матур концерт күрһәтелде.