Все новости
Новости
5 Марта 2021, 14:25

Баҡалы районында Юрмый ырыуы йыйыны үтәсәк

Юрмый - төньяҡ-көнбайыш башҡорттары составындағы боронғо башҡорт ырыуы. Улар борондан Кама аръяғының көньяҡ-көнсығыш райондарын, шулай уҡ Сөн йылғаһының һул яҡ ҡушылдыҡтары (Саҡат, Нарат йылға) бассейнын биләгән. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районында Юрмый халҡы нигеҙ һалған Урманай, Таллы-Сыза, Һөйөндөк, Мостафа, Нарат-йылға, Тымытыҡ, Урсай, Яңы Әзмей, Иҫке Әзмей ауылдарын әйтеп китергә була. Юрмый ырыуы Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтендә мөһим роль уйнаған билдәле шәхестәре менән дә дан тота. Улар араһынан 17-се быуат суфый шағиры Мәүлә Ҡолой, 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәксеһе Солтан-Морат Дүскәев, мәғрифәтсе һәм дин әһеле Ризаитдин Фәхретдинов, Өфө дәүләт нефть-техник унриверситеты президенты, «Баҡалы» яҡташтар ойошмаһы советы рәйесе Айрат Шаммазов һәм башҡа бик күп исемдәрҙе атап китергә мөмкин. 5 мартта Баҡалы ауылында Юрмый башҡорттары киләсәктә берләшеп йәшәү һәм эш итеү маҡсатында ырыу йыйыны уҙғара.

Читайте нас: