Иглин районында "Йыл уҡытыусыһы - 2021" конкурсына йомғаҡлау яһалды. 16 ҡатнашыусы араһынан һигеҙе почет грамотаһы, бишәүһе аҡсалата приз менән бүләкләнде. Шулай уҡ район быйыл беренсе тапҡыр "Тамашасылар һөйөүе призы" номинацияһын ойошторҙо. Лайыҡлы уҡытыусыға тауыш биреү социаль селтәрҙәрҙә үткәрелде. Тауышты һәр теләгән кеше бирә ала ине. Номинацияла еңеүсе итеп башланғыс кластар уҡытыусыһы Кәмәлетдинова Ирина Сергеевна табылды һәм ноутбук менән бүләкләнде.
"Был конкурста быйыл беренсе тапҡыр ҡатнаштым һәм бик затлы бүләк алдым. Барлыҡ ойоштороусыларға рәхмәт әйтәһем килә, сөнки "Йыл уҡытыусыһы - 2021" үҙешеүгә ҙур этәргес булып тора," - тип һөйләне Ҡаҙаяҡ ауылының башланғыс кластар уҡытыусыһы Галина Горбатовская.