Все новости
Новости
4 Марта 2021, 14:17

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Салауат Низаметдиновтың Хәтер кисәһе үтте

Композиторҙың тыуған көнөндә, 2021 йылдың 3 мартында, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Салауат Низаметдиновтың тормошона һәм ижадына арналған кисә үтте.

2015 йылда Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Салауат Низаметдиновтың исеме бирелгәйне. 2017 йылда иһә уҡыу йортонда билдәле шәхестең тормошо менән ижадына арналған музей асылды.
Композиторҙың тыуған көнөндә, 2021 йылдың 3 мартында, колледж уҡытыусылары Е.Р.Крайнова менән Л В.Малышкина тәүге курс студенттары өсөн Салауат Низаметдиновтың тормошона һәм ижадына арнап кисә үткәрҙе. Студенттарға музей буйлап экскурсия ойошторолдо, улар композиторҙың шәхси әйберҙәрен ҡараны, тормошо менән яҡындан танышты. Һуңынан колледждың бәләкәй залында кисә үтте. Е.Крайнова композиторҙың ғәҙәти булмаған тормошо тураһында бәйәнләне, ижад юлы менән таныштырҙы. Кисә барышында уның тормошонан фотолар, видеофрагменттар күрһәтелде, әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны.
Фото «Культурный мир Башкортостана» сайтынан алынды.
Читайте нас: