Новости
4 Марта 2021, 10:10

Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан тантана үтә

4 март баш ҡалабыҙ Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан тантана үткәрелде. Байрамға төрлө район һәм ҡалаларҙа төрлө өлкәләрҙә эшләүсе гүзәл заттар саҡырылды. Уларҙы Республика башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Сарала төрлө өлкәләрҙә уңыштарға ирешкән ҡатын-ҡыҙҙар тәбрикләнә.Тантанаға саҡырылыусылар араһында Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева бар ине: "Был сараға бик тулҡынланып килдем. Минең өсөн был бик ҙур мәртәбә. Ҡунаҡтар рәтенә саҡырып, бәләкәй генә хеҙмәтеңә матур һүҙҙәрҙе йәлләмәй үҙ ваҡытында рәхмәт әйтеүҙәре өсөн мин бик рәхмәтлемен. 30 йылдан ашыу мин мәҙәниәт өлкәһендә эшләйем. Әммә эш йылдарҙа түгел, эшләнгән эштәрҙә күренә икән. Был эштәр рәхмәт һүҙе өсөн түгел, ә яҡты киләсәк өсөн. Ул эште дөрөҫ итеп алып барыу маҡсатынан эшләнгән эштәр бихисап булған."

4 март баш ҡалабыҙ Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан тантана үткәрелде. Байрамға төрлө район һәм ҡалаларҙа төрлө өлкәләрҙә эшләүсе гүзәл заттар саҡырылды. Уларҙы Республика башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Сарала төрлө өлкәләрҙә уңыштарға ирешкән ҡатын-ҡыҙҙар тәбрикләнә.

Тантанаға саҡырылыусылар араһында Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева бар ине: "Был сараға бик тулҡынланып килдем. Минең өсөн был бик ҙур мәртәбә. Ҡунаҡтар рәтенә саҡырып, бәләкәй генә хеҙмәтеңә матур һүҙҙәрҙе йәлләмәй үҙ ваҡытында рәхмәт әйтеүҙәре өсөн мин бик рәхмәтлемен. 30 йылдан ашыу мин мәҙәниәт өлкәһендә эшләйем. Әммә эш йылдарҙа түгел, эшләнгән эштәрҙә күренә икән. Был эштәр рәхмәт һүҙе өсөн түгел, ә яҡты киләсәк өсөн. Ул эште дөрөҫ итеп алып барыу маҡсатынан эшләнгән эштәр бихисап булған."

Читайте нас