Новости
3 Марта 2021, 09:24

Коллегаларыбыҙ – радиожурналистарҙы ҡотлайбыҙ!

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһы ултырышында республика медиа тармағының йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһалды, ҡаҙаныштар билдәләнде, көнүҙәк проблемалар һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһы ултырышында республика медиа тармағының йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһалды, ҡаҙаныштар билдәләнде, көнүҙәк проблемалар һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
2016 йылдан бирле республикала һәр яҙылыу кампанияһы аҙағынан баҫмалар тиражының 5 процентҡа кәмеүе күҙәтелгән. Быйыл иһә һуңғы 5 йыллыҡта тәүге тапҡыр ваҡытлы баҫмаларҙың дөйөм тиражы былтырғы менән сағыштырғанда 7 процентҡа үҫкән. Республика матбуғат баҫмаларының интернет киңлектәрен яулауҙа ҙур аҙым эшләүе билдәләнде. Бөгөнгө көндә Нәшриәт йортоноң 40 баҫмаһы нон-стоп режимында эшләй.
Коллегия барышында шулай уҡ юғары һөнәри уңыштарға өлгәшкән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен бүләкләнеләр. «Юлдаш» радиоһы журналистары Байтулла Фәтҡуллин, Гүзәл Ситдиҡова, Илнар Әхмәтгәрәев радиожурналистика үҫешенә индергән өлөштәре өсөн юғары наградаға – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Гүзәл Ситдиҡова – Учалы районы Ураҙ ауылы ҡыҙы. «Юлдаш» радиоһында 2002 йылдан алып эшләй. Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. Радио тыңлаусыларға ижтимағи-сәйәси, социаль йүнәлештәге ҡыйыу, тәрән аналитикалы, ғәҙәти тапшырыуҙарҙан айырылып торған үҙенсәлекле репортаждары, төрлө ҡыҙыҡлы проекттары менән билдәле. Телевизор ҡараусылар уны «Тураһын әйткән» проекты аша белә.
Енәйәтселек, наркомания, алкоголизм, закон боҙоуға бәйле киҫкен темаларға өҫтөнлөк биргән журналист. Ғәҙеллеккә ирешеү, дөрөҫлөктө табыу маҡсатынан ҡыйыу, хатта хәүефле рейдтар ҙа ойоштора.
*Енәйәтселәр психологияһының асылына төшөнөр өсөн Башҡортостандағы барлыҡ холоҡ төҙәтеү колонияларында ла булып сыға.
*Уның «101 тарих», «Асыҡ студия», «Махсус репортаж», «Яңы юл» проекттары республика ведомстволары тарафынан ойошторолған конкурстарҙа 1-се урынды алған
*«Радиомания» Бөтә Рәсәй конкурсы финалисы. Проект «Юлдаш» радиоһын тәүге тапҡыр радиожурналистарҙың Рәсәй кимәлендәге конкурсының финалына сығара
*2013 йылда «Махсус репортаж» тапшырыуҙар циклы өсөн Башҡортостан Республикаһының «Йыл журналисы» исеменә лайыҡ була.
*«101 тарих» – Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыллыҡҡа арналған проект. БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы конкурсында «Радиолағы иң яҡшы яҡтыртыу» номинацияһында абсолют еңеүсе.
* Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының Бөтә Рәсәй конкурсында «Махсус репортаж» проекты менән 1-се урын. Республикала иң юғары рейтингылы радиотапшырыу тип табыла. Радио тарихында тәүге тапҡыр 1-се урынды алған проект.
*Эске эштәр министрлығының наркотик матдәләр әйләнешен контролдә тотоу идаралығының республика конкурсында «Яңы юл» проекты менән 1-се урын. «Яңы юл» – республика радиостанцияларында тәүге тапҡыр реалити-проект форматында уҙғарылған тапшырыуҙар циклы.
* Башҡортостан Республикаһының Дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге конкурсында «Махсус репортаж» менән 1-се урын
*Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың «Наркотиктарҙы таратыуға ҡаршы тороуҙағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән наградланған
*Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының түшкә тағыла торған почетлы билдәһе менән наградланған
*Ижади бәйгелә Иран республикаһының «Radio media of life» миҙалы менән наградланған.
*Башҡортостан республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
*«Юлдаш йыры» проектын ойоштороусыларҙың береһе.
Коллегаларыбыҙҙы юғары награда менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә сәләмәтлек, киләсәк башланғыстарҙа уңыштар, һүнмәҫ дәрт, ижад ҡомарығыҙҙың һүрелмәүен теләйбеҙ!
Читайте нас