Все новости
Новости
3 Марта 2021, 19:30

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған фәнни-ижтимағи форум үткәрелде

3 март көнө Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге китапханала "Ватандаш" журналының 25 йыллығына һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған фәнни-ижтимағи форум үткәрелде. Бөгөнгө һөйләшеүҙең темаһы итеп "Ҡатын-ҡыҙ һәм сәйәсәт" алынды.Бик мөһим тема ул, шуға ҡарамаҫтан, был темаға бик яҙып та, һөйләп тә бармайҙар. Электән килгән «Сәйәсәт ул ирҙәр эше” тигән ҡараш беҙҙең йәмғиәттә һаман да йәшәй әле. Уға өҫтәп, «Сәйәсәттә һалҡын аҡыл кәрәк, ҡатын-ҡыҙ бик эмоциональ халыҡ - уға ышанып булмай” тип тә ебәрәләр. Ундайҙар ҡайһы бер мәсьәләләр тап ана шул күңел аша үткәреүгә, йөрәк менән бағыуға мохтаж икәнен онотоп ебәрәләр. Унан ҡалһа, күп осраҡта тормоштоң төрлө тармаҡтарында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәргә ҡарағанда ла әүҙемерәк һәм егәрлерәк булыуын, айырыуса социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур түҙемлелек күрһәтеп, эҙмә-эҙлекле рәүештә эш итеүен бөтәбеҙ ҙә яҡшы беләбеҙ.Бөгөн Башҡортостан парламентында 18 ҡатын-ҡыҙ, улар депутаттарҙың 16,4 % тәшкил итә. Ә бөгөнгө форумда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, депутат Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова сығыш яһаны. Шулай уҡ элекке депутаттарҙан Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева, РСФСР халыҡтары сьезында һүҙ алып ҙур трибунанан Башҡортостанға ҙур афәт килеүе, ауылдарҙы һыу баҫыуы хаҡында һөйләгән Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Иҙелбаева үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән бүлеште. "Ҡатын-ҡыҙ булыу – бик юғары миссия. Ул донъяға йәшәү бүләк итә, ғаилә усағын һаҡлай, тормош ҡиммәттәрен килер быуындарға тапшыра. Һәр халыҡта ла ҡатын-ҡыҙ борон-борондан әхлаҡ өлгөһө булып тора. Айырыуса халыҡтың социаль-рухи үҫешендә уларҙың роле бик ҙур. Тыныслыҡҡа, изгелеккә, ғәҙеллеккә ынтылыу уларҙың үҙҙәрен көслө итә, йәмғиәтте ыңғай үҙгәрештәргә этәрә, халыҡтың йәшәү кимәлен, мәҙәни үҫешен күтәрә." - тип сығыш яһаны журналдың баш мөхәррире Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева. Форумда сәйәсәт тураһында ғына түгел, мөхәббәт һәм матурлыҡ тураһында ла һүҙ барҙы. Сәйәсәттән шиғриәткә күсеп, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич премияһы лауреаты Гөлназ Ҡотоева үҙенең шиғыры менән һөйөндөрҙө. Сара бергәләп фото төшөү менән тамамланды.

3 март көнө Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге китапханала "Ватандаш" журналының 25 йыллығына һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған фәнни-ижтимағи форум үткәрелде. Бөгөнгө һөйләшеүҙең темаһы итеп "Ҡатын-ҡыҙ һәм сәйәсәт" алынды.

Бик мөһим тема ул, шуға ҡарамаҫтан, был темаға бик яҙып та, һөйләп тә бармайҙар. Электән килгән «Сәйәсәт ул ирҙәр эше” тигән ҡараш беҙҙең йәмғиәттә һаман да йәшәй әле. Уға өҫтәп, «Сәйәсәттә һалҡын аҡыл кәрәк, ҡатын-ҡыҙ бик эмоциональ халыҡ - уға ышанып булмай” тип тә ебәрәләр. Ундайҙар ҡайһы бер мәсьәләләр тап ана шул күңел аша үткәреүгә, йөрәк менән бағыуға мохтаж икәнен онотоп ебәрәләр. Унан ҡалһа, күп осраҡта тормоштоң төрлө тармаҡтарында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәргә ҡарағанда ла әүҙемерәк һәм егәрлерәк булыуын, айырыуса социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур түҙемлелек күрһәтеп, эҙмә-эҙлекле рәүештә эш итеүен бөтәбеҙ ҙә яҡшы беләбеҙ.

Бөгөн Башҡортостан парламентында 18 ҡатын-ҡыҙ, улар депутаттарҙың 16,4 % тәшкил итә. Ә бөгөнгө форумда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, депутат Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова сығыш яһаны. Шулай уҡ элекке депутаттарҙан Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева, РСФСР халыҡтары сьезында һүҙ алып ҙур трибунанан Башҡортостанға ҙур афәт килеүе, ауылдарҙы һыу баҫыуы хаҡында һөйләгән Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Иҙелбаева үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән бүлеште.

"Ҡатын-ҡыҙ булыу – бик юғары миссия. Ул донъяға йәшәү бүләк итә, ғаилә усағын һаҡлай, тормош ҡиммәттәрен килер быуындарға тапшыра. Һәр халыҡта ла ҡатын-ҡыҙ борон-борондан әхлаҡ өлгөһө булып тора. Айырыуса халыҡтың социаль-рухи үҫешендә уларҙың роле бик ҙур. Тыныслыҡҡа, изгелеккә, ғәҙеллеккә ынтылыу уларҙың үҙҙәрен көслө итә, йәмғиәтте ыңғай үҙгәрештәргә этәрә, халыҡтың йәшәү кимәлен, мәҙәни үҫешен күтәрә." - тип сығыш яһаны журналдың баш мөхәррире Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева.

Форумда сәйәсәт тураһында ғына түгел, мөхәббәт һәм матурлыҡ тураһында ла һүҙ барҙы. Сәйәсәттән шиғриәткә күсеп, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич премияһы лауреаты Гөлназ Ҡотоева үҙенең шиғыры менән һөйөндөрҙө. Сара бергәләп фото төшөү менән тамамланды.

Читайте нас: