«Голос» проектында 3-сө урын яулаған йәш йырсы Рушана Вәлиева, Юғары иҡтисад мәктәбендәге тығыҙ уҡыу графигына ҡарамай, нәфис фильмда төшкән.
«Рашн Юг» тигән кинофильмдың премьераһы 4 мартта көтөлә. Ул комедия менән мелодраманың ҡушылмаһы. Уны «Водород», «Арт Пикчерс Студия» кинокомпаниялары СТС телеканалы менән берлектә төшөргән. Режиссеры – «Кухня в Париже», «Кухня. Последняя битва» тигән билдәле комедияларҙың авторы Антон Федотов.
Төп ролдәрҙә – Рәсәй актерҙары Семен Трескунов, Стася Милославская, Александр Робак, Роман Мадянов һәм башҡалар.
Рушана Сергей Мушта менән берлектә фильм өсөн 5 йыр яҙҙырған, ул йырҙарҙың береһен үҙе ижад иткән һәм бер эпизодта ҡатнашҡан.
Ауырғазы районы Талбазы ауылы ҡыҙына киноға төшөү оҡшап ҡалған, киләсәктә ул ҙурыраҡ ролдәр бирерҙәр тигән өмөттә ҡала.