"Был сара музыкаль флешмоб менән башланым китте. Һуңынан барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа ике ҙур командаға бүленде. Туптар, эстафета таяҡсыҡтары, хоккей таяғы һәм шайбы менән төрлө эстафета ярыштары башланды. Шулай уҡ ололар балаларын шыуғысҡа, тюбингка ултыртып, тиҙлектә һәм сыҙамлыҡта көс һынаштылар. Ир-аттар автоматты йыйыу һәм буйынса үҙ оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Сараның башынан аҙағына тиклем дәрте көйҙәр уйнап торҙо. Ә ҡатнашыусыларҙың дәрт һәм хистәре ҙур стадиондарҙан да нығыраҡ яңғыраны. Әлбиттә, һығымтала дуҫлыҡ еңде. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Сара ҡайнар сәй һәм тәм-томдар менән тамамланды." - тип еткерҙе был сара тураһында Айҙар Сираев.