Все новости
Новости
1 Марта 2021, 12:10

1 март – Башҡорт ғаиләһе көнө

Бөгөн – Башҡорт ғаиләһе көнө. Ошо уңайҙан Стәрлетамаҡ ҡалаһында өлгөлө ғаилә билдәләнәсәк. Сара “Етегән” республика башҡорт байрамы – Мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ көнөнә ярашлы үтә."Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" республика асыҡ конкурсының һайлап алыу турҙары Башҡортостандың ете районында һәм Рәсәйҙең ике төбәгендә 2020 йылда уҙғарылды. Унда Саҡмағош, Хәйбулла, Салауат, Миәкә, Учалы, Өфө райондарынан, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ырымбур, Өфө ҡалаларынан ғаиләләр ҡатнашасаҡ. "Ғаилә ҡиммәттәре", "Ғаилә оҫталығы","Ғаилә ижады" номинацияларында лауреаттар билдәләнәсәк.Был ижади ярыш үткән йылда башланып, уның һайлап алыу туры Башҡортостандың ете район-ҡалаһында һәм Рәсәйҙең ике төбәгендә үтте. Конкурста башҡорт телендә һөйләшкән, законлы никахта торған, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төбәктәрендә йәшәгән, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ҡатнашыуы шарт ине.“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” сараһы Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ярҙамында үтә. Уның төп маҡсаты – республикала һәм унан ситтәге төбәктәрҙә башҡорт мәҙәниәтен, башҡорт телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләләрҙе табыу.

Бөгөн – Башҡорт ғаиләһе көнө. Ошо уңайҙан Стәрлетамаҡ ҡалаһында өлгөлө ғаилә билдәләнәсәк. Сара “Етегән” республика башҡорт байрамы – Мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ көнөнә ярашлы үтә.

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" республика асыҡ конкурсының һайлап алыу турҙары Башҡортостандың ете районында һәм Рәсәйҙең ике төбәгендә 2020 йылда уҙғарылды. Унда Саҡмағош, Хәйбулла, Салауат, Миәкә, Учалы, Өфө райондарынан, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ырымбур, Өфө ҡалаларынан ғаиләләр ҡатнашасаҡ. "Ғаилә ҡиммәттәре", "Ғаилә оҫталығы","Ғаилә ижады" номинацияларында лауреаттар билдәләнәсәк.

Был ижади ярыш үткән йылда башланып, уның һайлап алыу туры Башҡортостандың ете район-ҡалаһында һәм Рәсәйҙең ике төбәгендә үтте. Конкурста башҡорт телендә һөйләшкән, законлы никахта торған, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төбәктәрендә йәшәгән, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ҡатнашыуы шарт ине.

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” сараһы Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ярҙамында үтә. Уның төп маҡсаты – республикала һәм унан ситтәге төбәктәрҙә башҡорт мәҙәниәтен, башҡорт телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләләрҙе табыу.

Читайте нас: