Бөтә Рәсәй патриотик ирекле «Ҡарлы десант» акцияһы 1959 йылда Алтай крайында барлыҡҡа килгән. Акцияның асылы шунда: студенттар отряды берәй районда бер аҙна буйы көндәлек эштәр менән булыша. Улар ҡарт кешеләргә ҡар таҙартырға, утын ярырға, һыу алып килергә ярҙам итә һәм башҡа хужалыҡ эштәрен башҡара. Шулай уҡ студенттар мәктәптәрҙә балалар менән эш алып бара: башланғыс кластар өсөн спорт ярыштары һәм мастер-кластар ойошторола, урта синыф уҡыусылары төрлө интеллектуаль уйындарҙа һәм мастер-кластарҙа белемдәрен арттыра, ә инде өлкәнерәктәр менән профориентацион әңгәмә алып барыла.
Бөгөнгө көндә акцияла дүрт меңдән ашыу студент ҡатнаша. Бындай изге эшкә Башҡортостан да ҡушылды. Быйыл алты юғары белем биреү йорто составында ҡарлы десант отрядтары формалашты. Башҡорт дәүләт университетында «Альтаир» отряды өсөнсө йыл акцияла ҡатнаша. Быйыл уның составына Башҡорт дәүләт университеты студенттары ғына түгел, хатта Өфө дәүләт нефть техник һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттары вәкилдәре һәм ике бала индерелде. Уларҙың ҡайһылары акцияла күп тапҡыр ҡатнашҡан. Мәҫәлән, Әлиә Булатова бишенсе тапҡыр республика буйынса сәйәхәт итә. Әйтеүенсә, акция башланыр алдынан ул һис тулҡынланмаған. Ә бәләкәй Илона Сухарева өсөн был икенсе акция. Үткән йылда ул студенттар менән Асҡын районында эшләгән. Ҡыҙыҡай үҙенең хистәрен түбәндәгесә һүрәтләй: «Миңә туғыҙ йәш кенә булһа ла, мин үҙемде оло кеше кеүек тоям. Балаларға һәм ҡарт әбей-олатайҙарға ярҙам итә алыуыма шатмын».
«Альтаир» отряды шефлыҡ ярҙамы өсөн Белорет районын һайланы. Бында улар етенсе февралдән ун дүртенсе февралгә тиклем булды. Ҡышҡы каникулды өйҙә түгел, ә бөтөнләй башҡа районда үткәреү ниңә кәрәк һуң? «Был акцияның төп бурысы – республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәгән кешеләргә ярҙам итеү. Әгәр көн эсендә беҙ әбей йә бабайҙарға һыу килтерһәк, ҡар таҙартһаҡ, беҙгә лә рәхәт, уларға ла ярҙам. Был акция күптәргә өмөт бүләк итә», – тип фекерен бүлешә Анна Кузнецова, отрядтың комиссары.
Һәр ауылда ҡарлы десант отряды үҙенең программаһы менән эш иткән. Көндөҙ улар мәктәптә балалар өсөн төрлө саралар үткәргән. Иң бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар беләҙектәр яһарға, ағас таҡталар буярға, ҡыҙыҡлы флешмобтар бейергә өйрәнһә, урта класс уҡыусылары «Минең уйыным» һәм «Логика ҡайҙа?» уйындарында белемдәрен һынаған, ә инде юғары кластар профориентацион әңгәмә барышында имтихан тапшырыу процедураһы, республикабыҙҙың уҡыу йорттары тураһында белгән.
Төштән һуң отряд шефлыҡ ярҙамына юл тотҡан: ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡарт кешеләргә өй тирәһен, ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартырға, утын ярырға һәм уны урынлаштырырға, төрлө хужалыҡ эштәрендә ярҙам иткән.
Эштәрҙе тамамлағас, отряд ауыл халҡы өсөн сәхнәләштерелгән тамаша күрһәткән. Был концертҡа студенттар бер нисә ай әҙерләнде. Сценарий әллә күпме тапҡыр төҙәтелде, йырҙарҙы һәм бейеүҙәрҙе ятлар өсөн аҙналар кәрәк булды. Әммә һөҙөмтәһе мөһимерәк. Концерт Бөйөк Ватан һуғышы башланыуының һикһән йыллығына арналды. Сәхнәлә һуғыш йылдарында заводтарҙа, ялан госпиталдәрендә, һуғыш яланында хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар һәм блокада ҡулсаһына эләккән балалар хаҡында һүҙ йөрөтөлдө. Көн аҙағында студенттар ауыл халҡы өсөн дискотека ойошторҙо.
Ете көн эсендә «Альтаир» ҡарлы десант отряды Белорет районының Шығай, Тирлән, Ҡаһарман, Асы, Инйәр, Зөйәк ауылдарында булып өлгөрҙө. Район һәм ауыл хакимиәттәре отрядҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ҡарлы десант отрядына тик изге күңелле, ярҙам итергә теләүсе, үҙҙәре өсөн файҙа тураһында уйламаусы студенттар килә. Улар өсөн иң мөһиме – йылы һүҙ, рәхмәтле күҙҙәр һәм бәхетле йылмайыу. Бындай кешеләр тормошобоҙҙо биҙәй, мәрхәмәтлелеккә һәм изгелеккә юл аса.
Гөлиә Шафиҡова, «Альтаир» пресс-үҙәге етәксеһе.