Все новости
Новости
27 Февраля 2021, 16:15

Республикала – "Лесовоз" операцияһы

Сара республиканың Урман хужалығы министрлығы Төбәк юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һәм Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника торошон техник яҡтан күҙәтеү буйынса дәүләт инспекциялары менән берлектә үткәреләсәк һәм 1 марттан 2 апрелгә тиклем дауам итәсәк.

1 марттан 2 апрелгә тиклем республиканың Урман хужалығы министрлығы Төбәк юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һәм Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника торошон техник яҡтан күҙәтеү буйынса дәүләт инспекциялары менән берлектә "Лесовоз" операцияһы үткәреләсәк.

Сараның маҡсаты – ағас эшкәртеү өлкәһендә закон боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү, “ҡара урмансылар” менән көрәшеү.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡмаһын өсөн, ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға алдан документтарҙы хәстәрләргә кәрәк. Ағасты Рәсәйҙән ситтән алғанда, йә сығарғанда килешеүҙәрҙе Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт сиситемаһына теркәргә, электрон ҡултамғаларҙы хәстәрләргә кәрәк. Бының өсөн Интернет селтәре аша Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы менән файҙаланырға була.

Ағас һатыусылар һәм һатып алыусыларға тағы бер иҫкәртеү: ағас әйләнешенә ҡағылған бөтөн килешеүҙәр ҙә декларация үтергә тейеш.

Был кәңәштәрҙе үтәгәндәрҙең рейд ваҡытында ҡыйынлыҡтары тыумаясаҡ.

Читайте нас: