Все новости
Новости
26 Февраля 2021, 15:25

Удмуртияла йәшәгән милләттәштәргә ярҙам итеү мөмкинлектәре ҡаралды

Күрше республикала дүрт меңдән ашыу башҡорт йәшәй. 2019 йылдан Ижевск ҡалаһында улар мәнфәғәтенә «Ҡурай» башҡорт йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә. Төбәк башҡорттарын берләштергән хәрәкәт — «Салауат» башҡорт үҙәге 2003 йылдан уҡ эшләгән була. 8 йыл дауамында ойошма туған тел һәм халҡыбыҙҙың мәҙәни йолалаларын һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән эш алып барған, тик 2011 йылда уның эшмәкәрлеге туҡтаған.

Мәғлүмәт https://kurultai.ru/ba сайтынан алынды

Күрше республикала дүрт меңдән ашыу башҡорт йәшәй. 2019 йылдан Ижевск ҡалаһында «Ҡурай» башҡорт йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә. Төбәк башҡорттарын берләштергән хәрәкәт — «Салауат» башҡорт үҙәге 2003 йылдан уҡ эшләгән була. 8 йыл дауамында ойошма туған тел һәм халҡыбыҙҙың мәҙәни йолалаларын һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән эш алып барған, тик 2011 йылда уның эшмәкәрлеге туҡтаған.

2019 йылдың 27 июнендә “Ҡурай” башҡорт йәмәғәт үҙәге асыла. Уның етәксеһе итеп элекке “Салауат” башҡорт үҙәге активисы Шәһит Ишаев һайлана. Бөгөн ул тыуған яҡтарына килеп, Ҡоролтай Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡпов менән осрашты. Һөйләшеү барышында үҙәктең эшмәкәрлеге, Удмуртияла йәшәгән милләттәштәргә ярҙам итеү мөмкинлектәре ҡаралды, ойошманың тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләүе өсөн методик кәңәштәр һәм күрһәтмәләр тапшырылды. Шулай уҡ Башҡортостан оҫталарының күсмә оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу тураһында килешелде.

Читайте нас: