Все новости
Новости
26 Февраля 2021, 13:10

Сорғотта Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эшләй башлауға – ике йыл

Сорғот ҡалаһында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә ҡарата «Мәҡәлдәр — һүрәттә» исемле дәрес уҙғарылған. Был сара ҡалала Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эш башлауына ике йыл тулыуға тап килгән икән. Осрашыуҙы Ханты-Манси автономиялы округы – Югра башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, Сорғоттағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы һәм «ХМАО-Югра башҡорттары ҡоролтайы» ойошторған.

Сорғот ҡалаһында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә ҡарата «Мәҡәлдәр — һүрәттә» исемле дәрес уҙғарылған. Был сара ҡалала Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эш башлауына ике йыл тулыуға тап килгән икән. Осрашыуҙы Ханты-Манси автономиялы округы – Югра башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, Сорғоттағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы һәм «ХМАО-Югра башҡорттары ҡоролтайы» ойошторған.

Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – ХМАО-Югра башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Гөлсирә Әбдрәшитова балаларҙы башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре менән таныштырып, уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте хаҡында һөйләгән.

«Теге йәки был осраҡта ни эшләргә белмәһәң, мәҡәлдәрҙе хәтергә төшөрөргә кәрәк – улар һәр саҡ дөрөҫ йүнәлеш бирер, – ти Гөлсирә Камил ҡыҙы. – Беҙҙең йәкшәмбе мәктәбенең үҙенсәлеге шунда – ойоштороу һәм уҡыу-уҡытыу процесына балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә йәлеп ителә. Был юлы ла ата-әсәләр дәрестә әүҙем ҡатнашты. Ауыҙ-тел ижады ярҙамында халыҡ аҡылына төшөнөү барыһы өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды».

Сорғот ҡалаһының 2-се махсус уҡытыу-тәрбиә биреү мәктәбе педагогы Нурия Сәлихова халыҡ мәҡәлдәре асылын һүрәттәр аша күрһәтергә өйрәткән.

«ХМАО-Югра башҡорттары ҡоролтайы» рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов видеобәйләнеш аша балаларҙы Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән ҡотлаған, ә Түбәнге Сортымда йәшәүсе ағалы-энеле Яҫыбаевтар ҡурай һәм баянда уйнап ишеттергән.

Дәрес тамамланғас, Сорғот ҡалаһының Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Зөлфирә Италмаҫова, байрам менән ҡотлап, сарала ҡатнашыусыларға халҡыбыҙ йолаларын онотмауҙары, тарих һәм мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙары өсөн рәхмәт белдергән.

«Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе 2019 йылдың 21 февралендә эшләй башланы. Яҙыу-һыҙыу өсөн кәрәк-яраҡ менән тәьмин иткәне өсөн Илдара Собханғоловҡа ныҡ рәхмәтлебеҙ. Ләйсән Шәмсетдинова иһә сараны музыкаль яҡтан биҙәү өсөн ҙур көс һалды, – ти Гөлсирә Әбдрәшитова. – Бағыусыбыҙ – яҡташыбыҙ, «Сургутмебель» йәмғиәтенең генераль директоры Мәүлитйән Ғаянов ярҙамы менән балалар һәм ата-әсәләргә «Аҡбуҙат», «Аманат», «Башҡортостан ҡыҙы», «Ватандаш», «Башҡортостан уҡытыусыһы» кеүек баҫмаларға подписка бүләк итттек».

Читайте нас: