Быйыл бәйгелә 66 уҡытыусы ҡатнашты, шуларҙың 16-һы башҡорт теле уҡытыусыһы, 21-е йәш педагог. Ҡатнашыусылар араһынан финалға сығыусылар, лауреаттар һәм еңеүселәр билдәләнде.
Шулай итеп, «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2021» конкурсының абсолют еңеүсеһе итеп 3-сө гимназияның физика уҡытыусыһы Петр Белобородов билдәләнде. «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2021» исеменә 58-се лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Ғәзизова лайыҡлы тип табылды. «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2021» – 21-се лицейҙың тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Әмирхан Тимерханов.
Әлфиә Рәүф ҡыҙы Ғәзизова Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылынан. Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған. Өфө ҡалаһының Максимовка ҡасабаһында йәшәй. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр.
Бүләкләү тантанаһынан һуң тәжрибәле уҡытыусы тәьҫораттары менән бүлеште: «Был минең көтөп алған еңеүем, сөнки мин бының өсөн күп эшләйем һәм эшләйәсәкмен. Минең төп маҡсатым – башҡорт булмаған балаларға башҡорт теленә хөрмәт уятыу, уны өйрәнергә теләк булдырыу. Һәм мин ошо теләгемә ирешәм тип уйлайым, сөнки күҙгә күренерлек һөҙөмтәләр бар. Башҡорт теле сит тел булған балаларға башҡорт телен өйрәтеп, улар менән башҡортса дәрестәр үткәреү – минең өсөн бик шатлыҡлы күренеш. Мәктәптә Дәүләкәндән күсеп килгәндән бирле эшләйем. Дөрөҫөн әйткәндә, уҡытыусылыҡ эшенән китеп тә ҡараным. Бөтөн нәмә сағыштырыуҙа күренә бит инде, шунда үҙемдең был һөнәрҙе нисек яратыуымды, ысын уҡытыусы икәнемде аңланым. Эшемде бик яратам. Кешелек өсөн мөһим һөнәр эйәһе булыуым менән ғорурланам».
Әлфиә Рәүф ҡыҙы журналдың даими уҡыусыһы ла булып сыҡты: «Ватандаш» журналы – дәрестәрҙә ҡулланыу өсөн бик кәрәкле әсбап. Уның һәр номеры минең эш өҫтәлендә ята. Уҡып барам, минең өсөн бигерәк тә тарих буйынса мәҡәләләр ҡыҙыҡлы, ырыуҙар тарихы, айырыуса үҙемдең мең ырыуы тураһындағы мәҡәләләрҙе уҡымай ҡалдырмайым».