«Айыҡ ауыл» конкурсы республикабыҙҙа 2011 йылдан 2014 йылға тиклем үткәрелә. 2019 йылдан проект Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән тергеҙелә. «Айыҡ ауыл-2020» конкурсына старт августа бирелде. Декабргә тиклем муниципаль этап үтте, унда бөтә 54 район да ҡатнашты. Беренсе этапта 2 меңдән ашыу ауыл көс һынашты, республика этабына һәр райондан берешәр ауыл сыҡты.
Конкурстың икенсе этабында ҡатнашыусылар спорт һәм мәҙәни саралары үткәрҙе, уларҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары ла ҡатнашты. Конкурс барышында халыҡты айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, үҫеп килеүсе быуынды йолаларға таянып тәрбиәләү, эскелектән, тәмәке тартыуҙан һәм наркотиктарҙан һаҡлау буйынса эш алып барылды.
«Айыҡ ауыл-2020» конкурсы сиктәрендә махсус ҡыҙыу бәйләнештәр ойошторолдо, алыҫ райондарға табиптар һәм белгестәр барҙы, төрлө мөрәжәғәттәр буйынса халыҡты ҡабул итте. Был эш киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә киң яҡтыртылып барҙы. Конкурс положениеһына ярашлы, биш эш көнөндә-2021 йылдың 25 февраленән 3 мартҡа тиклем республика этабында ҡатнашыусылар проекттарын яҡлай. Сара Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Геральдика залында үтә. Профиль министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың вәкилдәренән торған эксперттар комиссияһы муниципаль райондар хакимиәттәре ебәргән заявкалар менән таныша һәм баһалай. Ҡатнашыусылар үҙ сығышында конкурс сиктәрендәге эшмәкәрлеге тураһында видеопрезентация тәҡдим итә. Халыҡ иҫәбе төрлөсә булған ауыл-ҡасабаларҙы ғәҙел баһалау өсөн конкурс һөҙөмтәләре түбәндәге категорияларға бүленә: — эре — 3 меңдән ашыу кеше йәшәгән, — ҙур — 1 меңдән алып 3 меңгә тиклем кеше йәшәгән, — урта — 200-ҙән 1 меңгә тиклем кеше йәшәгән, — бәләкәй — 200-ҙән кәмерәк кеше йәшәгән. Шулай итеп, конкурста дүрт категория буйынса 12 еңеүсе билдәләнә. Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь министрлығының, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитетының ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереү программаларына индереү хоҡуғы биргән сертификаттар тапшырыласаҡ. Конкурсты ойоштороу буйынса саралар иһә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.