Ирәмәл тауына походтар ойоштороусы Илнур исемле егеттең сәхифәһендә сатлама һыуыҡта шортыла ғына тауға менгән егеттәр тураһында пост сыҡҡайны. Уларҙың фотолары һә тигәнсе лайыҡтар йыя башланы, кем икән был морждар тип ҡыҙыҡһыныусылар күбәйҙе. «Ватандаш» редакцияһы улар менән бәйләнешкә сығып, уларҙың был ғәҙәти булмаған сәйәхәте тураһында белеште.
Батырҙарҙың береһе - Руслан Кәримов. Ул Екатеринбург ҡалаһынан, эре компанияла директор вазифаһын башҡара. Нисек был ғәҙәти булмаған, хатта тәү ҡарашҡа дыуамал ҡарарға ҡыйыулыҡ иттегеҙ тигән һорауға, ул былай тип яуап бирҙе:
- Беҙҙең был поход туристарҙы хайран итер өсөн эшләнмәне, билдәлелек тә кәрәкмәй беҙгә, был ни бары үҙебеҙҙе һынау маҡсатында булды. Ул ҡапыл ойошторолған сәфәр ҙә түгел, беҙ был йәһәттән тәжрибәле спортсылар, күп йылдар сынығыу менән шөғөлләнәбеҙ. Арабыҙҙа ҡышҡы йөҙөү буйынса донъя чемпионы ла бар. Шуға ла был берүк һаулығыбыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуйыу түгел. Ир-егет тәбиғәте менән шундай ише һынауҙарға әҙер булырға тейеш, тип һанайым. Бының өсөн тәү сиратта рухың көслө булырға тейеш. Ә иң мөһиме, әлбиттә, ул тәьҫораттар, адреналин, драйв! Ҡырыҫ тәбиғәтте ауыҙлыҡлау хисенән, ҡышҡы ҡояшлы көндә сәйәхәт итеүҙән алынған рәхәтлек! Быны бер нимә менән алыштырып булмай, тип бүлеште ул.