Новости
23 Февраля 2021, 08:30

Башҡортостан етәксеһе «Уңайлы интернет» проектының яңы һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республикала «Уңайлы интернет» программаһының нисек ғәмәлгә ашырылыуын хәбәр итте. «Уңайлы интернет» төбәк проектының инициаторы – республика хөкүмәте һәм «Башинформсвязь» йәмғиәте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республикала «Уңайлы интернет» программаһының нисек ғәмәлгә ашырылыуын хәбәр итте. «Уңайлы интернет» төбәк проектының инициаторы – республика хөкүмәте һәм «Башинформсвязь» йәмғиәте.

Күләмле проекттың төп маҡсаты – ауылдарҙа йәшәүселәрҙең интернет булмау мәсьәләһен хәл итеү, тип билдәләнеләр хөкүмәттә. «Уңайлы интернет» программаһы буйынса Көйөргәҙе районы Яңы Муса һәм Белорет районы Уҫманғәле ауылдарын тапшырҙыҡ», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың 30 ауылында төҙөлөш эштәре алып барыла. Проект, сүсле-оптик технологиялар ҡулланып, 262 бәләкәй ауылда бүлеү селтәрҙәре төҙөүҙе күҙ уңында тота. «Быны дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә эшләйбеҙ. Сығымдарҙың яртыһын «Башинформсвязь» йәмғиәте үҙ өҫтөнә ала, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Изоляция тәртибе һәм дистанциялы уҡытыу беҙгә көсһөҙ урындарҙы күрһәтте. Хатта ниндәйҙер кимәлдә рәхмәтлемен был хәлгә. Хәҙер аныҡ маҡсат – ауылдарыбыҙға интернет үткәреү.

Тиҙлекле интернет, IP-телевидение һәм IP-телефония – республикала һәр кем ҡуллана алырлыҡ заманса минимум». Был проекттың үҙенсәлеге шунда: интернет ауылға ғына түгел, ә граждандарҙың ғаризаһы буйынса һәр йортҡа еткерелә. Башҡортостанда бөтәһе 100 мең кешене һәм 40 меңгә яҡын йортто интернет менән тәьмин итеү күҙаллана.

Читайте нас