Кисә өрөк ағастары сәскә атып ултырған йәмле Ташкент ҡалаһының Һырғалы ҡасабаһында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге эргәһендә ойошторолған "Ағиҙел" клубы ағзалары 10 йыллыҡ юбилейын һәм уның етәксеһе Маһиярова Эммануила Хәбиб ҡыҙының 80 йәшен байрам иткән. Кисә бик матур ойошторолған: дәрәжәле ҡунаҡтар саҡырылған, милли аш-һыуҙар күргәҙмәһе, ҡурсаҡтар күргәҙмәһе, оло концерт программаһы, бай итеп ябылған өҫтәлдәр менән ҡаршылаған ағиҙелселәр. Иң әүҙем ҡатнашыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау грамоталары тапшырылды. Министрҙар кабинеты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр комитеты етәкселеге һәм Ә.-З.Вәлиди исемендәге милли-мәҙәни үҙәге тарафынан Рәхмәт ҡағыҙҙары менән ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Эммануила Хәбиб ҡыҙының "Ағиҙел" клубының тормошо һәм байрамдары" тигән китабы менән таныша алғандар.
Ҡунаҡтар ысын күңелдән тыуған көнгә иҫтәлекле бүләктәр менән килгәндәр. Ҡырым татарҙары үҙәге тарафынан гөлләмәләр һәм бейеү булһа, инвалидтар йәмғиәтенән Рәхмәт хаты һәм клуб әүҙемселәренең миһырбанлығы тураһында шиғыр ҙур бүләк булған. "Ағиҙел" клубы ағзалары килгән ҡунаҡтар иғтибарына "Һинд ҡыҙҙары", үзбәк, "Шәл бәйләнем" һ.б. бейеүҙәр һәм йырҙар тәҡдим итте. 80 йәшлек ағинәй тарафынан ойошторолған был кисә оҙаҡ йылдар иҫтә ҡалырлыҡ сара булған. Яңы үрҙәр һеҙгә, арыу-талыу белмәҫ ағинәйҙәр!